

Ике йылдан ашыу Өфөнөң Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә бер оло пар урамға сыға икән. Күрәһең, ирле-ҡатынлылар. Бабайы инвалид коляскаһында ултырған әбейен саф һауала йөрөтөп алып ҡайта.
"Гел өйөбөҙ эргәһендә күрәм уларҙы. Һыуыҡмы, эҫеме, көн һайын бабай әбейен саф һауа һулатып алып ҡайта. Етмәһә коляскала ғына этеп йөрөтмәй, торғоҙоп, ҡултыҡлап атлатып та ала. Унан ултыртып, кейемен йүнәтеп, яулығын рәтләп, бала кеүек яратып, ҡарап ҡына йөрөтә. Һоҡланғыс күренеш! Оҙаҡ йәшәһендәр!" - тигән был күренешкә шаһит булған кеше.
Фото: Ш. Ярмуллина.