

Республика гәзите “Башҡортостан”дың татыу коллективы йыл һайын бергәләп республикабыҙҙың матур урындарында ял итергә ярата. Быйыл да был матур йолабыҙға тоғро ҡалдыҡ һәм августың йәмле, ҡояшлы көнөндә ялға юлландыҡ.
Юлыбыҙ Архангел районына төштө. Район Өфөнән әллә ни йыраҡ булмаһа ла, ике сәғәт самаһы ваҡытты алды. Республикабыҙҙың билдәле урындарының береһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы – Аҫҡын мәмерйәһенә барҙыҡ беҙ. Ул Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә.
Үҙенең ҙур боҙ һындары менән дан тотҡан мәмерйә беҙҙе һоҡландырҙы. Һалҡын, үҙе ҙур һәм үҙенсәлекле. Ә иң мөһиме, бында эшләгән кешеләр уға бик һаҡсыл ҡарашта. Экскурсиялар һәм мәмерйә эсенә ингән кешеләр һаны сикле. Сәғәт һайын ун кешегә генә инергә ярай. Был саралар тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн махсус эшләнгән.
Ә ҡайтышлай Инйәр йылғаһында һыу индек. Август уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, һыу әле һаман йылы, үҙе таҙа.
Беҙҙең был күңелле һәм фәһемле сәфәребеҙ тураһында тулыраҡ яҙма гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрәсәк.
Нәсих Хәлисов фотолары.