Йәмғиәт
14 Август 2022, 11:30

Коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

“Башинформ” агентлығының эше федераль кимәлдә баһаланды.

Коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!Коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының хәрби-ватансылыҡ тематикаһын яҡтыртыу буйынса эше федераль кимәлдә юғары баһаланды. Пермдә үткән XXV “Рәсәйҙең ҡалҡаны” бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт сараларының ватансылыҡ фестивалендә “Башинформ” абруйлы өс наградаға лайыҡ булды.

“Хәҙерге Рәсәй армияһы һәм флотына, ундағы хәрби хеҙмәткә, Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә арналған теманы, шул иҫәптән милләтселек, террорсылыҡ һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы көрәш темаһын яҡтыртҡан өсөн” номинацияһында махсус хәбәрсе Азат Ғиззәтуллин менән фотохәбәрсе Олег Яровиковтың “Башҡортостан – Донбасс: Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай” тигән репортажы еңеүсе дипломын алды. Мәғлүм булыуынса, быйыл апрелдә “Башинформ”дың ижади төркөмө гуманитар йөк тейәлгән тәүге колонналарҙың береһе менән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына барғайны. Уларҙың махсус репортажға берләштерелгән юлъяҙмалары жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.

Хәбәрсе Розалия Вәлиеваның “Һике, һыу ошо ҡатта” тигән материалы ошондай уҡ номинацияла фестиваль лауреаты дипломына лайыҡ булды. Унда  Өфөләге Хәрби комиссариаттың йыйылыу пунктында хеҙмәткә саҡырылғандарҙың көнкүрешен күрһәтәләр. Автор фотохәбәрсе Олег Яровиков ҡатнашлығында егеттәрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүе һәм әрмегә юлланыуы хаҡында ентекле һөйләй.

“Тыуған ҡала тарихына, граждандарҙың, һәр кешенең тыуған ҡалаһындағы ватансылыҡ ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшөнә арналған теманы яҡтыртҡан, шулай уҡ “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” темаһын асҡан өсөн” номинацияһында баш ҡалабыҙҙа төшөрөлгән “Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” филмы тураһындағы материалдар циклы лауреат дипломын алды. Журналист Артем Вәлиев авторлығындағы документаль картина Рәсәй Президенты Указы менән Өфөгә хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исемен биреү айҡанлы төшөрөлгән.

Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй телевидение һәм ралиотапшырыуҙар компанияһы филиалы – “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы ла фестиваль наградаларына лайыҡ булды. Компания директоры Азамат Сәлиховҡа “Фестиваль хәрәкәтенә тоғролоҡ өсөн” дипломы тапшырылды.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас