Йәмғиәт
14 Август 2022, 12:00

“Тарихыбыҙға ҡарап, алға атлайбыҙ”

“Ауылым – алтын бишегем” конкурсында – Асҡын районының Солтанбәк ауылы.

“Тарихыбыҙға ҡарап, алға атлайбыҙ”“Тарихыбыҙға ҡарап, алға атлайбыҙ”
“Тарихыбыҙға ҡарап, алға атлайбыҙ”

Билдәле булыуынса, Асҡын районының Солтанбәк ауылы – шанлы тарихлы төйәк. Аяуһыҙ замандарҙа тотошлай яндырылһа ла, аҙаҡ барыбер аяҡҡа баҫҡан ул. Шуғалыр ҙа, был яҡтарҙың халҡы көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы, ауырлыҡтар алдында һис ҡасан баҙап ҡалмай, тыуған ерен сикһеҙ ярата. “Тарихыбыҙға ҡарап, алға атлайбыҙ”, ти улар.
Солтанбәктә ауыл хакимиәте, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, медицина пункты, клуб, китапхана эшләй. Иман йортона ололар ҙа, йәштәр ҙә күпләп йөрөй. Йәмәғәт ойошмалары – “Ағинәйҙәр” берләшмәһе, “Атайҙар” ҡоро әүҙем эш алып бара, шулай уҡ йыр-бейеү төркөмдәре, түңәрәктәр, секциялар ойошторолған. Мәҫәлән, “Умырзая” фольклор коллективы районда ғына түгел, хәҙер инде республикала ла билдәле – һәр сараның уртаһында ҡайнай ул.
Ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, ошо арҡала техникалы булғандар, төрлө урындарҙы төҙөкләндергәндәр. Солтанбәктәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ла бер нисә йыл көсөн һынап ҡарап, уңышҡа өлгәшкән. Быйыл иһә республика кимәленә лә сығып, ҙур ауылдар араһында икенсе урынды яуланылар.
Солтанбәктә тәрән тамырлы нәҫел-зат вәкилдәре ғүмер итә, улар өсөн ғаилә – оло ҡиммәт. Тәрбиәгә бала алғандар ҙа күп ауылда. Шуға ла тормош йәмле, йәнле, киләсәккә өмөт яҡты бында. Быйыл ауылдың 350 йыллығын оло ғаилә булып бергә билдәләгән солтанбәктәрҙең артабан да әлегеләй ныҡлы аҙымдар менән алға барырына ышаныс ҙур.
Фотолар: А. Нурмөхәмәтов, https://vk.com/id627218221

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас