

Был хәл ошо көндәрҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында була. 38 йәшлек ир элекке өйҙәш ҡатыны менән уның ике балаһы йәшәгән йортҡа ут төртә. Бәхетле осраҡлыҡ менән генә кешеләр иҫән ҡала.
Ваҡиға 11 августа була. Таң менән иҫерек ир таксиға ултырып 41 йәшлек элекке өйҙәше йәшәгән йортҡа килә һәм сәфәре өсөн аҡса түләүҙе талап итә. Әммә ҡатын баш тарта һәм улар араһында талаш башлана. Ҡатын унан әйберҙәрен йыйып алырға һәм китергә ҡуша, ә 12 йәшлек ҡыҙынан полиция саҡыртыуҙы һорай. Был ваҡытта өйҙә тағы ла һигеҙ йәшлек малай булған була.
Йәне көйгән ир өйҙән сығып китә, әммә күп тә үтмәй, ҡулына бензинлы канистара тотоп тағы килеп инә. “Бөтәгеҙҙе лә үлтерәм” тип ҡысҡыра һәм яғыулыҡты аш-һыу бүлмәһенә һибә башлай. Бензин хужабикәнең күҙҙәренә, ә ҡыҙыҡайҙың ҡулына тейә.
– Ҡатын күҙен бензиндан йыуып торған саҡта ир шырпы менән бензинға ут төртә лә сығып ҡаса, – тиҙәр Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әсә кеше тиҙ арала балаларҙы өйҙән сығара һәм үҙе сығып ҡаса. Тик ҡыҙының ҡулы янып өлгөрә, уны дауаханаға алып баралар. Янғынды тиҙ арала һүндереүгә өлгәшәләр, әммә өйҙөң бер өлөшө һәм йыһаздар ҙур ғына зыян күрә.
Күп тә үтмәй ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре таба. Ул бер кемде лә үлтергем килмәне тигән була. Әле енәйәтсе ҡулға алынған, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башлаған. Уға ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған: береһе үлтерергә маташыу һәм кеше мөлкәтен күрәләтә юҡҡа сығарыу.
Фото: Эске эштәр министрлығы.