

Республика доброволецтарынан йыйылған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрби әҙерлек үтеүен дауам итә. Әле әҙерлектең 36-сы көнө бара.
“Юламан” ҡушаматлы һалдат хеҙмәтен пулеметсы булып үтә, мотоуҡсылар бүлексәһе составына инә. Пулеметсы – хәрби бурыстарҙы хәл итеүҙә етди ярҙам, дошмандың ер өҫтөндәге, һыу өҫтөндәге һәм һауалағы маҡсаттарын юҡҡа сығарып, батальондың ут ҡеүәтен көсәйтә. Пулеметсы дисциплина, тәртип, ҡыйыулыҡ, зирәклек, коллективизм, башҡарыусанлыҡ кеүек сифаттарға эйә һәм физик яҡтан һәйбәт әҙерлекле, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм төрлө шарттарҙа төрлө объекттарҙы утта тоторға әҙер булырға тейеш.