Йәмғиәт
15 Август 2022, 13:00

Ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләнегеҙме әле?

Баҡсала йәшелсәләрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр уларҙы тоҙлай йә төрлө ҡабымлыҡтар әҙерләйҙер инде. Беҙ һеҙгә брощ эшләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләнегеҙме әле?Ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләнегеҙме әле?
Ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләнегеҙме әле?

Бының өсөн өс килограмм кишер, бер килограмм башлы һуған, бер килограмм татлы борос, бер килограмм помидор, бер стакан шәкәр, өс аш ҡалағы тоҙ, бер стакан үҫемлек майы, 9 процентлы һеркә кәрәк.

Әҙерләү: Йәшелсәләрҙе йыуып таҙартабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, кишерҙе, боросто һалма формаһында, помидорҙы турайбыҙ ҙа тоҙ, шәкәр, май, һеркә өҫтәп бутайбыҙ һәм талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Һуты сыҡҡас утын күбәйтеп 25 минут бешерәбеҙ.

Эҫе көйөнсә стирелләнгән банкаларға һалабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ostrov-vkusa.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас