

Ашҡаҙар буйында эшлекле тырыш халыҡ йәшәй. Әүәлге колхоз ерҙәре урындағы фермерҙар тарафынан тотош эшкәртелә. Аллағыуат ауыл биләмәһендә сәселмәй ҡалған бер ер киҫәге лә юҡ. Халыҡ егәрле: мал, ҡош-ҡорт аҫрай, тырышып донъя көтә.
Һуңғы йылдарҙа ауыл советының үҙәге - Түбәнге Аллағыуатта бик матур эштәр башҡарылды. Ауыл клубы төҙөкләндерелде, яңы аппаратура ҡайтарылды. Федераль программа буйынса әле туғыҙ йыллыҡ мәктәптә ремонт эштәре тамамлана, 1 Сентябрь – Белем көнөнә уҡыусылар яңыртылған бинаға киләсәк. Мәсет эшләй. Йәш ғаиләләр арта, яңы йорттар ҡалҡып сыға.
Аллағыуат – бай тарихлы боронғо ауылдарҙың береһе. Ауыл атамаһы Аллағыуат старшина исеме менән бәйле. Тарихи сығанаҡтарҙа ул мырҙа булараҡ телгә алына. Иҙеүкәйҙең (Едигей) нәҫелдәре генә мырҙа тип һаналған һәм улар Ноғай урҙаһының элитаһына ингән. Аллағыуат старшина 1737 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнаша. Бихисап старшиналар баш күтәргән өсөн ҡулға алына, язаландырыла, каторгаға оҙатыла. Бер төркөм старшиналар менән Аллағыуат старшина ла власть менән килешеүгә өлгәшә һәм иҫән ҡала, вазифаһын ғына юғалта. Был уныңа бруйлы һәм белемле вотчина биләүсе булыуы хаҡында һөйләй.
Ауыл 1730-сы йылдарҙа Юрматы волосы ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Оло Аллағыуат атамаһы менән билдәле тәүге ауыл әлеге Салауат ҡалаһы ерендә урынлашҡан булған.
Аллағыуат халҡы 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ҡатнаша. Әммә ауылдың икенсе урынға күсенеүе арҡаһында быны ревизия материалдары күрһәтмәй. Башҡ мөһим тарихи ваҡиғаларҙа булып үтә бында. 1773 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында Ырымбурға барғанда һәм ҡайтҡанда ауыл аша отряды менән СалауатЮлаев үтә. 1774 йылда Кинйә Арыҫлановтың улы полководец Һеләүһен Кинйәулының отряды, ошо уҡ арала Бүгәсәүҙең полковнигы Качкин Самаров отряды ла ауылда булып китә. 1775 йылдың июлендә каратель генерал П. Голицын ауыл янында пугачевсылар менән көслө һуғыш алып бара. Карателдәр бер нисә ауылды, шул иҫәптән Аллағыуаттың бер өлөшөн көлгә әйләндерә, баш күтәреүселәргә көрәште туҡтатырға тура килә.
Аллағыуаттар 12-се башҡорт кавалерия полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм рус ғәскәрҙәренең 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнаша, Парижды алған өсөн көмөш миҙалдар һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
Аллағыуаттың нәҫелдәре, архив мәғлүмәттәренә ярашлы, 18 быуат урталарында хәҙерге Стәрлебаш районы ерҙәренә Ашҡаҙар буйынакүсеп киләһәм Түбәнге, ҮргеАллағыуат булараҡ ике ауыл булып ултыра.
Алағыуат старшинаның нәҫелдәре әлеге көндә шулай уҡ яҡындағы Ҡабыҡҡыуыш, Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы Мерәҫ ауылында ла йәшәй.
Ауылдарға нигеҙ һалған Аллағыуат старшина Үрге Аллағыуат зыяратында ерләнгән.