

“Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған "Реаль эштәр" проекты сиктәрендә атҡарылған эштәрҙе Йәмәғәт советында барланылар. Ултырыш "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты базаһында үтте.
Ултырышта Башҡортостанда "Реаль эштәр" координаторы Руслан Насретдинов, Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, проекттың Йәмәғәт советы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутат Салауат Хөсәйенов, "Берҙәм Рәсәй" өлкә башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Евгений Мельников, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Элвира Айытҡолова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Эдуард Сәйетбаталов, Галина Ишмөхәмәтова, Валерий Шәрипов, шулай уҡ партияның башҡарма секретарҙары ултырышта видеобәйләнеш аша ҡатнашты.
Ағымдағы йылдың 1 авгусына ҡарата 28 муниципаль берәмек (был республиканың бөтә райондары һәм ҡалалары һанының 44 проценты) субсидияны тулыһынса үҙләштергән, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа объекттар өҫтөндә эштәр графикка ярашлы дауам итә, тип билдәләне ул. Һуңғыларына Өфө, Нефтекама, Салауат, Сибай, Благовар, Әлшәй, Учалы төбәктәре инә.
Ултырышта шулай уҡ 2023 йылға "Реаль эштәр" партия проекты сиктәрендә һайлаусыларҙың күрһәтмәләр исемлеген булдырыу мәсьәләһе күтәрелде.
Фото Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан алынды.