Йәмғиәт
16 Август 2022, 12:47

Фермер ханым – ғорур яңғырай!

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Ауыл эшсәненең төп девизы шундай.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Хөсәйен ауылында йәшәгән Әлиә Әнүәр ҡыҙы Вилданова – үҙ эшенә мөкиббән киткән ябай ауыл ҡатыны. Ул – шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы. Һәр саҡ мөләйем, йөҙөнән нур балҡып тора, һөйләшергә әүәҫ. Ауылдаштары уны бары тик яҡшы яҡтан белә. Тырыш, үҙ маҡсатына ынтылыусан йәш кеше күптәргә өлгө, шуға уны юҡҡа ғына Ҡаҙырғол ауыл Советы депутаты итеп һайламағандар. Ауыл ерендә һәр кемдең тормошо күҙ алдында, ҡайһы саҡта ауылдаштарың өсөн яуап бирергә лә тура килә. Ошондай етди бурыс йөкмәткәндәр икән, башҡаса мөмкин түгел.

– Минең ата-әсәйем ғүмер буйы колхозда тир түкте, уларҙың фотоһүрәттәре урындағы хужалыҡтың ғына түгел, райондың Почет таҡтаһында торҙо. Үҙ эшен еренә еткереп башҡарған алдынғы колхозсы булараҡ дан ҡаҙандылар, район һәм республика гәзиттәрендә улар тураһында мәҡәләләр баҫылды, – тип һөйләй Әлиә Вилданова. – Мин дә уларға оҡшар­ға тырыштым, яҡындарымдың минең менән ғорурланыуын теләнем. Мәктәпте тамамлағас, бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡтым, артабан кейәүгә сыҡтым. Ирем Илфат ул саҡта «Маяҡ» колхозында агроном булып эшләй ине.

2012 йылда үҙебеҙҙең крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырырға ҡарар иттек. Ҡуртымға  ер алып, игенселек менән шөғөлләнәбеҙ. Сер түгел, үҙебеҙ уйлағанса ғына барып сыҡмаған мәлдәр ҙә, ауыр ваҡыттар ҙа булып китә, әммә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, үҙ юлыбыҙҙан һәүетемсә генә барабыҙ.

Фермерлыҡ эшен алып барыр өсөн тәүҙә уның айышына төшөнөргә кәрәк. Агроном булараҡ, ирем иген үҫтереүҙең  нескәлектәрен белә, шуға бар эштәремдә ул – төп ярҙамсым, күберәге уның кәңәштәренә таянам. Яҙғы сәсеү һәм ураҡ мәлдәрендә әленән-әле төрлө мәсьәләләр килеп сығып тора: тракторҙарға һәм иген урыу комбайнына запас частар алырға, үҫтерелгән уңышты һатырға, ышаныслы итеп һаҡлауға һалырға һәм башҡалар. Бынан тыш, эшмәкәрлегебеҙ буйынса  бухгалтерия отчеттарын да ваҡытында тапшырып барырға кәрәк. Бында инде минең һөнәрем талап ителә. 

Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында хеҙ­мәт иткән, ярайһы тәжрибә туплаған ауыл­даш­тарыбыҙға ла  мөрәжәғәт итәбеҙ. Миҙгелле эштәрҙә тап улар беҙҙең баҫыуҙарҙа эшләй. Ка­мил  Нурғәлиев, Илгиз Гилдин, Вәхит Мө­хә­мәт­йәров ярҙам ҡулын һуҙып тора, уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Фермерлыҡ эше беҙҙең ғаилә бизнесы тиһәң дә ярай. Хәҙер инде балалар ҙа ҡул араһына инде, һиҙелерлек ярҙам итәләр.

Ирле-ҡатынлы Вилдановтар өс бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Илнур – Ишембай нефть колледжы студенты. Балалары ата-әсәне уңыштары менән ҡыуандырып тора. Улдарының икеһе лә милли көрәш менән шөғөлләнә һәм район, республика, төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Күп һанлы миҙалдар, грамоталар шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың март айында Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, Илнур икенсе урын яулаған. Ул – көрәш буйынса спорт мастерына кандидат. Әсәләре улдарының һәр наградаһын ҡәҙерләп һаҡлай һәм, әлбиттә, ғорурлана.

Туғыҙынсы класты тамамлаған ҡыҙҙары  Элена бейеү менән мауыға. Илнар ҙа, Элена ла лицей-интернатта белем ала.

Эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Әлиә  Әнүәр ҡыҙы ауылдаштарының дөйөм һорауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырмай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө саралар үткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Хужабикә әйтеүенсә, ул үҙенең тормошон башҡаса күҙ алдына ла килтермәй. Иңенә алған яуаплылыҡты ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара, һәр көндөң йәмен тойоп, тормоштоң тәмен татып йәшәй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 2019 йылда Әлиә Вилданова Дәүләкән районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Шундай хужалыҡты алып барыр өсөн түҙемлек, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Ә был сифаттар Әлиә Әнүәр ҡыҙында етерлек. Өҫтәүенә, төп ярҙамсылары – ғаиләһе эргәһендә булғанда  йәшәүе һәм эшләүе  йәненә рәхәтлек кенә бирә.

 

Әлиә УРАҘБАХТИНА

Дәүләкән ҡалаһы.

 

Читайте нас