

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе тантаналы сара менән башланып китте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ефрейтор Эдуард Әхмәтовҡа Жуков миҙалын тапшырҙы. Ул Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан саҡта батырлыҡ күрһәткән.
Миҙал биреү тураһындағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был награда хеҙмәттәге отличие өсөн бирелә. Харьков өлкәһендәге Изюм ҡалаһы янындағы Каменка ауылын азат иткән саҡта Эдуард яраланған.
– Беҙҙең егеттәр Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияһы барышында үҙҙәренең хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, – тине Радий Хәбиров.
Ул махсус хәрби операция тәжрибһен үтеп ҡайтҡан кешеләрҙең хәрби һәм кешелек тәжрибәһен дәүләт һәм гражданлыҡ хеҙмәтендә файҙаланырға ҡушты. Уның фекере буйынса, әгәр теләктәре һәм балалар менән эшләү тәжрибәһе булһа, егеттәр мәктәп директорҙарының патриотик тәрбиә буйынса кәңәшсеһе булып эшләй алыр ине.
– Башлыҡ хакимиәтенең һәм Хөкүмәттең кадрҙар хеҙмәттәренә лә уларға иғтибар итергә кәрәк. Егеттәр кире ҡайтасаҡ, хәрби тәжрибә һәм сынығыу һәләте туплап ҡайтасаҡ. Улар ныҡышмалы кешеләр, илһөйәрлектең нимә икәнен һәм Ватандың нимә икәнлеген аңлайҙар, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Телеграм.