

Һыуҙы юҡҡа ғына тормош сығанағына тиңләмәйҙәр. Бөгөн шишмә-ҡойоларыбыҙ яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Улар – таҙалыҡ, сафлыҡ, паклыҡ билгеһе лә. Сит ерҙәрҙә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, иң тәүҙә шишмә янына бара, сөнки тыуған ил, тыуған нигеҙ, тыуған ауыл нәҡ бына шул шишмә буйҙарынан, ҡойо тирәләренән башлана ла инде. Һәр яҡтың тәмле, шифалы һыулы шишмәләре була. Элек-электән халыҡ уларҙы изге итеп һанаған, күбеһенең исемдәре быуаттар аша үтеп, бөгөнгә ҡәҙәр килеп еткән.
Күптән түгел Рапат ауылы халҡы бик боронғо тарихлы, быйыл таҙартылып, матур итеп төҙөкләндерелгән ҡойоно яңынан асыу ваҡиғаһының шаһиты булды. Уны асыуға ҙур өлөш индергән ауылдың мөхтәрәм кешеһе, имам-хатип Марат Ильясов хөрмәтенә “Марат ҡойоһо” тип аталды ул. Был изге эштә уға Рапат ауыл биләмәһе башлығы Ләбиб Мазһар улы Ғүмәров һәм ауылдаштары ярҙамға килгән.
Әлеге көндә Марат ҡойоһо ауылдың күрке булып тора. Йәйҙең бер көнөндә рапаттар Нәжметдин урамында ошо ҡойоно асырға тип байрамға йыйылды. Унда район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Йәмәлиев, Рапат ауылы хакимиәте башлығы Ләбиб Мазһар улы Ғүмәров, ошо урамдың өлкән кешеһе Марат Миңнехан улы Ильясов, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм күп ауылдаш ҡатнашты. Сараға тыуған ауылдарын һағынып, байтаҡ ҡунаҡтар ҙа ҡайтҡайны.
Байрам сараһын имам-хатип аҙан әйтеүҙән башланы, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләбиб Мазһар улы ҡойоно ҡаҙытыу башланғысы, эштәр барышы тураһында һөйләп үтте һәм был изге ғәмәлдә ярҙам күрһәткән күршеләр, ауылдаштарҙы телгә алып, уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев үҙ сығышында был сараның әһәмиәтен билдәләне: “Һуңғы йылдарҙа шишмә-ҡойо һыуҙары кипте, былтыр ҡоролоҡ булыу ҙа эҙһеҙ үтмәне. Бөгөн ошо тарихи һыу сығанағын асыу, Марат ағайҙың элек бында ҡойо булғанын иҫенә төшөрөп, изге ғәмәл ҡылыуы – бик мәртәбәле күренеш. Ҡулланылған һыуыбыҙ ни ҡәҙәр таҙа, сифатлы булһа, сәләмәтлегебеҙ ҙә шул ҡәҙәр яҡшыраҡ булыр”, – тине ул.
Һәр ауылдың үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ, иҫтә ҡалырлыҡ урындары бар. Һоҡланып туймаҫлыҡ иркен туғайҙар, сылтырап аҡҡан йүгерек шишмә буйҙары, ҡырҙары, тауҙары, баҫыу-урмандары күңелдәргә рәхәтлек биреп, тыуған тупраҡҡа мөхәббәт тәрбиәләй. Урамдың абруйлы кешеһе Марат ағай Ильясов ошо ҡойоноң тарихы, уға бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы. Марат ағай һөйләүенсә, был ҡойоноң тарихы 1925 йылдарға барып тоташа. “Беҙҙән һуң ҡалған ейәндәребеҙ, балаларыбыҙ, ауылдаштар ошо һыуҙы ҡулланһын, ләззәтләнһен, тип Хоҙай беҙгә уны бүләк итте. Быға ҡәҙәр беҙ алты километр алыҫлыҡтағы Иҫке Биккенәгә, ун километрҙа ятҡан Саҡмағошҡа йөрөнөк. Ә техникаһы булмаған ауылдаштар һыу торбаларынан килгән һыуҙы эсте, әммә уның сифаты яҡшыларҙан түгел, ҡатыраҡ. Ә ҡойо һыуы бик тәмле. Һәммәбеҙгә лә һау-сәләмәт булып, рәхмәт әйтеп, оҙон-оҙаҡ файҙаланырға, уны һаҡларға яҙһын. Ошондай изге ғәмәлдәрҙе Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла насип итһен”, – тине Марат Миңнехан улы.
Артабан ауыл аҡһаҡалы Марат Ғиләжев Нәжметдин урамының тарихына туҡталды, байрам уңайынан матур теләктәрен еткерҙе. Ошо урамда тыуып үҫкән, байрамға ҡайтҡан ҡунаҡ Хәниә апай Йыһаншина Рапат ауылына бағышлап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Байрамды йөкмәткеле итеп үткәреүҙә мәҙәниәт йорто директоры Илдар Ғәлиев, ошо учреждение хеҙмәткәре Гөлфинә Ишморатова, “Дуҫлыҡ” фольклор төркөмө, “Моң” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, йырҙар башҡарыусы Роберт Нәбиуллин, “Аҡ инәйҙәр” клубы етәксеһе Флидә Сәхибгәрәева, китапханасы Ирина Кинйәбаева, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Зәһинә Зиннәтуллинаның тырышлығын да билдәләү мөһим. Йырлы-моңло сығыштар байрамдың биҙәге булды, халыҡ сараны яратып ҡабул итте. Байрам табынһыҙ булмай. Ауыл биләмәһе башлығы Ләбиб Ғүмәров һәммәһен дә үҙе бешергән былау менән һыйланы, тәмле ҡойо һыуынан сәй ҡайнатылды.
Бына шулай, уйын-көлкө лә, етди мәғәнәле һүҙҙәр ҙә күп булды сарала. Һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ата-бабаларҙан ҡалған изге бер урын икәнен аңлап, тәбиғәтебеҙгә, һыу сығанаҡтарыбыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт һәм мөхәббәт тәрбиәләп йәшәһәк ине. Марат ҡойоһо ла оҙон ғүмерле булһын, уның ҡәҙерен беләйек, тирә-йүнен бысратмайыҡ.
Илһөйәр ҒАЙСИНА
Саҡмағош ауылы.