“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә нәҫел йәки ырыу тарихы тигәнде аңлата, теге йә был ырыуҙың йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә – туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла, тиергә мөмкин һәм ошо йәһәттән тарихи сығанаҡ булып тора. Бына шуның өсөн дә башҡорт халҡы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған.
Быйыл йәйҙең йәмле бер көнөндә беҙ ҙә, Йыһаншиндәр нәҫеле, Әбйәлил районының элекке Шаҙығай ауылында ҙур табынға йыйылдыҡ. Ул ауыл хәҙер юҡ инде. Мәктәп ябылыуы, ауылдарҙы эреләтеү арҡаһында ул перспективаһыҙ тип, бөтөрөлөүгә дусар булды, 1970 йылдарҙа Хәлил биләмәһенә күсерелде.
Шәжәрә байрамына Ҡужәхмәт Йыһаншиндың һигеҙ балаһының: Сәлмән, Ғимран, Әбдрәхмән, Бәҙрениса, Уйылдан, Кинйәбикә, Кәримә, Сәләхетдиндең нәҫеле йыйылды, барлығы 400-гә яҡын туғандар тупланды.
Шаҙығай ауылына башҡорттар 1773–1775 йылдарҙа нигеҙ һалған. Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосының Үрге Урал өйәҙенә ингән ауыл тәбиғәте менән бик матур, ул Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан. Ауылға яҡын тауҙы – Өкө, ә аҡҡан йылғаһын Дарыулы тип йөрөткәндәр. 1941–1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Шаҙығай ауылынан 25 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 14-е яу ҡырында ятып ҡалған.
Ҡалды Шаҙығай, ҡалды Шаҙығай
Өкө тауҙары менән,
Дарыулы буйында теҙелеп үҫкән
Бөҙрә талдары менән, –
тип йырлап һуғышҡа киткән ир-егеттәр.
Шулар араһында Бөйөк Ватан һуғышында Йыһанша нәҫеленән Ғәлләм Сәләхетдин улы, Низам Сәләхетдин улы, Фазыл Саләхетдин улы, Мөхәмәтғәли Әбдрәхмән улы, Йомағужа Хәйретдин улы, Сөләймән Ғилман улы, Абдулхай Ишбулды улы Йыһаншиндар, Ғәббәс Әбдрәхмән улы Ҡужәхмәтов, Дәүләтша Ғәлим улы Хоҙайбирҙин, Хәбиб Хәйретдин улы Сәлмәнов, Нуретдин Мөхәмәтдин улы Сәлмәнов, Ғөмәр Солтан улы Ҡусҡаров, Зәкир Ғәлләм улы Игебаев, Әхмәтғәриф Әхмәтсафа улы Игебаев, Зәйнулла Сәфәрғәли улы Бикбирҙин булған.
Хәлил ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск ҡуйылды. Шулай итеп, ветерандар исеме мәңгеләштерелде.
Бәләкәй Шаҙығай ауылында бай тарихлы ғаиләләр йәшәгән. Улар тырыш, эшсән, татыу, берҙәм булған. Шуға ла күптәре лайыҡлы эшләп, төрлө дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Улар араһында Мәғүдә Алсынбаева Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалға, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы” тигән исемгә лайыҡ; Хәлил урта мәктәбенең биология һәм география уҡытыусыһы Маһинур Дәүләтҡолова – “Почет Билдәһе” ордены, Киров исемендәге колхоздың мал көтөүсеһе Хәсән Йыһаншин “Хеҙмәт даны” ордены менән бүләкләнгән, был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин.
Йыһанша нәҫеленекеләр араһында мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр ҙә байтаҡ: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, “Әлифба” китабы авторҙарының береһе Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Сәғит Ғәлимов, Фәйрүзә Ейәнбирҙина, Хәлил Ейәнбирҙин, Алһыу Яфарова, Сәриә Ғәлимова, Әлфиә Шәрәфетдинова.
Элек-электән Йыһаншиндар нәҫеле йыр-моңға ла әүәҫ булған. Самауыр артында мәҙәктәр һөйләп, йыр бәйгеһе үткәреп күңелле ултырғандар. Был нәҫелдән ҙур сәхнәгә күп билдәле артист сыҡҡан: Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Азат Йыһаншин, Дамира Амангилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Динар Ласынов, Рима менән Роза Таһировалар.
Шәжәрә йыйынына килгәндә, әҙерлек йыл ярым элек үк башланды. Бындай ҙур күләмдә осрашыу беренсе тапҡыр үткәрелде.
Ҙур йыйынды ойоштороуға Асҡар ауылынан Мәрзиә Йыһаншина-Ғәрифуллина һәм Фәнүзә Ейәнбирҙина ҙур көс һалды.
Сара аят уҡыуҙан, матур, изге теләктәр теләүҙән башланып китте. Һәр бер тармаҡтың вәкиле яҡындары һәм туғандары менән таныштырып сыҡты. Шулай уҡ йыр һәм бейеү ҙә булды. Бигерәк тә Римма Амангилдина, Дамира Амангилдина, Динар Ласыновтың сығыштары йыйынға йәм бирҙе.
Килгән туғандар Дарыулы йылғаһы буйлап урынлашты. Шаҙығай яланы гөрләп торҙо, бер аҙға ауыл юҡлығы ла онотолдо. Сығыш яһағанда бер туғаныбыҙҙың әйткәндәре лә уйға һалды: “Ошонда килгән һәр бер ғаилә Шаҙығайҙа берәр өй төҙөһә, ауыл яңынан тергеҙелер ине”, – тине ул. Халыҡ төрлө уйындарҙа бик әүҙем ҡатнашты. Был осрашыу беҙгә туғандарыбыҙҙың ни тиклем күп икәнен күрһәтте, берләштерҙе.
Шаҙығайҙан көс йыйып, Дарыулы йылғаһының сылтырап аҡҡанын, Өкө тауы ағастарының шаулауын тыңлап, кәйефтәр күтәрелде. Улар ошо изге төйәккә ҡайтанан саҡырғандай ине.
Йыһанша тоҡомдары ата-бабалары йәшәгән ерҙә тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.
Айрат ЙЫҺАНШИН
Сибай ҡалаһы.