Йәмғиәт
16 Август 2022, 12:22

Урағай хуш килде!

Элек башҡорттар һәр айҙы үҙҙәренсә атаған.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә төрлө йүнәлештә саралар даими ойошторола. Ошо көндәрҙә сәнғәт әһеле Эльмира Маликова үткәргән “Урағай” танып-белеү уйыны – шуға асыҡ миҫал.

– Элек башҡорттар һәр айҙы үҙҙәренсә атаған, уларға ҙур мәғәнә һалған, – тип һөйләй Эльмира Маликова. –  Август – урағай. Ни өсөн урағай? Сөнки борон ата-бабаларыбыҙ ураҡ ярҙамында игенде урған. Эйе, тап августа ураҡҡа төшкәндәр, уңыш йыйғандар.

Уйында ҡатнашыусылар иге-сиге күренмәгән туҡ башаҡлы иген баҫыуы, ашлыҡты бураға һалыу тураһында белде. Улай ғына ла түгел, уңыш йыйыуға бәйле әйтем-мәҡәлдәрҙе лә иҫкә төшөрҙө, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны, йомаҡтар әйтеште һәм баҡсаларыбыҙҙа йыйылған тәмле емеш-еләктән, йәшелсәләрҙән ауыҙ итте.

Мәхмүзә СӘЛТӘШЕВА

Бәләбәй ҡалаһы.

Читайте нас