Йәмғиәт
16 Август 2022, 12:55

Яҙмыштың ҡаты һынауҙары ла уны һындырмаған

Тормош юлы менән үрнәк өләсәйем.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауылынан 90 йәшлек юбилейын билдәләгән  хеҙмәт, тыл ветераны Хәтимә Тимербулат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина – райондың оҙаҡ йәшәүселәренең береһе. Йәш быуынға өлгө булырлыҡ оҙон ғүмер юлы үтә ул.

Мәртәбәле йәшкә еткән ҡәҙерле­беҙҙең – әсәйебеҙҙең, өләсәйебеҙ­ҙең һәм ҡарт өләсәйебеҙҙең  хәти­рәләрен һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып тыңлайбыҙ, уның тормошо тура­һында бик күп яҙырға булыр ине. Ул йәшәгән дәүер кеүек үк, өләсәйемдең яҙмышы еңелдән булмаған.

1932 йылда Сирәштамаҡ ауылында Өммөгөлсөм һәм Тимербулат Суфияновтар ғаиләһендә донъяға килә ул. Нәҫелдәре көслө була,  бергәләп бал ҡорттары үрсетәләр, күпләп мал, йылҡы  аҫрайҙар. Белемгә ынтылыш та бала саҡтан тәрбиәләнә. Ҡарт олатайым Тимербулат Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый, ғәрәп телен яҡшы белә. Уны атаһы билдәле Ғәбдрәхим мул­ланың ҡыҙы Өммөгөлсөмгә өйлән­дерә. Ләкин Хәтимә өләсәйебеҙҙең донъяға килерен көткәндә ғаиләгә бәлә килә. 1932 йылда Тимербулат ҡарт олатайым ҡулға алына, тиҙҙән ғәйебе булмауы арҡаһында азат ителә. Ләкин 1937 йылда ул ҡабат кулак тип репрессиялана. Шулай итеп беҙҙең өләсәйебеҙ әсәһе менән тороп ҡала. Шул уҡ ваҡытта уларға ла “кулак ғаиләһе” тигән келәймә һуғыла.

Һуғыш башланғанда өләсәйемә туғыҙ  йәш тула. Ул быуын кеше­ләренең бала сағы булмай, һуғыш уларҙы тиҙ өлкәнәйтә. Өләсәйем әсәһенә ат ҡураһын таҙартырға ярҙам итә, ауылдағы ауыр эштәрҙе лә башҡара, сөнки кулак ғаилә­ләренә ул ваҡытта еңел булмай. Тиҙҙән Йәнәби-Урсай ауылындағы туғандары ҡыҙҙы әсәһе менән үҙҙәре эргәһенә күсереп алып ҡайта. Әсәһе колхозға эшкә инә, үҙе башҡа ҡыҙҙар һымаҡ Силәбе өлкәһендә ағас ағыҙыуға китә. Йылғаға бүрәнәләрҙе тәгәрәтеү ҡыҙ кеше өсөн көс етмәҫлек эш була. Ярты йыл самаһы ошондай ауыр хеҙмәткә егелә ул, алтышар метрлы ағастарҙы ағы­ҙыуын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Шунда яр буйында ҡуна ятып хеҙмәт итәләр.

Йәйен йәштәргә Хәйбулла райо­нында бесән әҙерләүҙә ҡатнашырға тура килә, был эш тә еңелдән булмай. Аҙыҡ бөткәс, ҡыҙҙар ҡыр сейәһен йыйып, уны һаталар йәки аҙыҡҡа алмаштыралар. Көҙгә саҡ өйҙәренә ҡайталар, ләкин һынау бының менән генә бөтмәй әле. Стәрлетамаҡ ҡалаһында сода һәм цемент производствоһын арттырыу бурысы ҡуйылғас, унда ла ҡул көсө талап ителә. Өләсәйем 1949 йылда 17 йәшендә башҡа ҡыҙ һәм егеттәр менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына эшкә юллана. “Шихандарҙы шартлатыу өсөн, беҙгә биҙрәләп шартлатҡыс ташырға тура килде”, – тип үҙенең иҫтәлектәре менән бүлешә. Кирбес әҙерләү өсөн тауҙан ҡом, таш ташый, пилорамда ла эшләй. Октябрь байрамына бер нисә көн ял биргәс, йәштәр ауылға йәйәү ҡайтып китә. Ә бит аҙаҡ ҡабаттан эшкә килеп өлгөрөргә кәрәк. Шулай итеп бер йылы үтеп китә. 

Тиҙҙән тыуған ауылында үҙенең яҙмышын осрата, 1955 йылда Әхәт Ғөбәйҙуллинға тормошҡа сыға. Бергәләп туған колхоздарында хеҙмәт итәләр. Ире эшкә оҫта була,  профессиональ водитель техниканы ла   яҡшы белә. Был ғаиләлә биш бала үҫеп етеп, үҙҙәренең ғаилә­ләрен ҡоралар.

Ләкин тормош беҙ уйлағанса шыма ғына бармай. 1989 йылда өләсәйемә яҙмыш йәнә ҡаты һынауын ебәрә – Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында сыҡҡан янғынға юлланып, хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ире янғын һүндереү машинаһында һәләк була. Миңә ул ваҡытта 12 йәш ине, яҡын кешеңде, яратҡан олатайымды юғалтыуҙың нимә икәнлеген беренсе тапҡыр шунда татыным. Быны оҙаҡ ваҡыт күңелем ҡабул итмәне, тәҙрәгә ҡарап торғанымда ла бына-бына олатайым эштән ҡайтып инер һымаҡ ине.

Был ҡайғыларҙы ла күтәрҙе өләсәйем. Эргәһендә һәр ваҡыт балаларының, ейәндәренең булыуы ла ауырлыҡҡа бөгөлмәҫкә ярҙам иткәндер. Бөгөнгө көндә ул өлкән улы Рифтең хәстәрендә йәшәй, шуға ла кистәрен бергәләп сәй эсер, донъя хәлдәрен һөйләшер кешеһе лә эргәһендә бар. Шөкөр, бирешерлек түгел әле өләсәйем. Йортто, баҡсаны тәртиптә тота, өйҙә гөлдәр, ихатала сәскәләр үҫтерергә ярата. Үҙенең асыҡ зиһенле булыуы менән һоҡландыра ул беҙҙе. Гәзит уҡып, донъялағы хәлдәр менән танышып бара. Өләсәйемдең бәйләгән шәл­дәре тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Бейәләй, ойоҡбаштарҙы, шарфтарҙы ла өлгөрттө ул балаларына. Уның аҫалы балаҫтарына һоҡланып туймаҫлыҡ, уларҙы нин­дәй генә матур биҙәктәр менән һуҡманы. Сигелгән таҫтамалдары, селтәрҙәре һәр береһе күҙҙең яуын алырлыҡ.

Өләсәйем үҙ ғүмерендә әллә күпме ауырлыҡтар аша үткән, ләкин ҡыйынлыҡтар алдында бер ҡасан да ҡойолоп төшмәне. Изгелекле, ыңғай кеше булып ҡала белеүе, йәшәүгә һөйөүен юғалтмауы менән өлгө ул. Үҙенең абруйлы юбилейын да ул йөҙөндә йылмайыу менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре эргәһендә бәхеткә төрөнөп ҡаршылай. “Тыл хеҙмәт­сәне”, “Һуғыш балалары” тигән миҙалдары уның  күкрәген биҙәй.

Оло кешегә күп кәрәкме ни? Һаулыҡ һәм иғтибар. Бөгөн дә тормошҡа ҙур дәрт менән баға яҡын кешебеҙ, ләкин йәш барыбер ҙә үҙенекен итә.

– Аллаһы Тәғәлә миңә оҙон ғүмер биргән. Ауыр булһа ла тормошто яратҡаным, хеҙмәт һөйгәнем өсөн бүләк тип ҡабул итәм уны. Күңелем менән һаман да йәшмен, ләкин көсөм генә элекке һымаҡ түгел шул, – тип әйтеп ала өләсәйебеҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә әйтер йылы һүҙ­ҙәребеҙ сикһеҙ – ҡатмарлы тормош юлын лайыҡлы үтеүе – беҙгә өлгө.

 Бала саҡта ялдарыбыҙҙы һинең эргәңдә үткәрергә ярата инек, өләсәй, ҡаймаҡ һылап ашаған  ҡаластарыңдың тәме әле лә онотол­маған. Беҙгә күрһәткән иғтибарың, һөйөүең, аҡыллы кәңәштәрең өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм һәр ваҡыт эргәңдә булырбыҙ.

 

Альбина МӨХӘМӘТШИНА

Читайте нас