

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында ғүмер йомғағын һүткән Зөһрә Ғибәҙуллина менән осрашыу бәхете тәтене. Быйыл 95 йәшен билдәләгән Зөһрә Әғзәм ҡыҙы яҙмышына сикһеҙ рәхмәтле, ҡыҙы Нурияның әсәһенә ҡәҙер күрһәтеүе уның үҙенә ҡарата хөрмәт уята.
– Үтәймулла ауылында тыуып үҫтем, унан ситкә китеү тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы, – тип һөйләй Зөһрә инәй. – Мәктәптә балалар уҡыттым, башланғыс кластар уҡытыусыһы инем. Мәктәпкә көн дә ашҡынып барыуым эшемде яратыу билгеһе булғандыр инде. Ысынлап та, әҙгә генә айырылышһаҡ, балалар – мине йәки уҡытыусыларын, үҙ сиратында, мин уларҙы һағынып та өлгөрә инек.
Уның шулай булыуына үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Зөһрә Әғзәм ҡыҙы менән әңгәмә тамамланыр алдынан ғына бер нисә кеше бәрәкәтле был йорттоң тупһаһын аша атлап инде. Баҡтиһәң, нисәнсе йылда булыуына ҡарамаҫтан, сығарылыш уҡыусылары 25 май тирәһендә йыл да яратҡан уҡытыусыларын өйөнә килеп ҡотлай. Яңы таныштарыбыҙ бынан 15 йыл элек мәктәпте тамамлағандар икән. Тормош кәртәләре алдында бирешмәҫкә, яҙмыш һынауҙарын еңел үтергә өйрәткән мөғәллимәләренә рәхмәт әйтеүҙәре һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ.
Әйткәндәй, ҙур йөрәкле педагог һәр ҡыҙ һәм малайҙы үҙенекеләй күреп белем һәм тәрбиә биргән. Һәр береһенең юғары белемгә эйә булып, ҙур урындарҙа хеҙмәт күрһәтеүендә мотлаҡ уның да ҡатнашлығы бар. Зөһрә менән Йәғәфәр Ғибәҙуллиндар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙғаныс, бынан 42 йыл элек Зөһрә инәйҙең ире вафат булған. Йәш ҡатын яңғыҙы өс улын һәм бер ҡыҙын аяҡҡа баҫтырған. Ул күптән түгел бер улын да юғалтҡан, әсәй кеше өсөн ошонан да ауыр ҡайғының булыуы мөмкинме?!
Оҙон ғүмерлеләр янына барып та, оҙаҡ йәшәүҙең серен һорашмау яҙыҡ булыр ине.
– Һәр ваҡыт кешеләргә изгелек орлоҡтарын сәстем, мине йәштән шуға өйрәттеләр, – тип шат йылмая әңгәмәсем. – Был тормошта башҡаса эште белмәйем. Тотош донъяға таралған уҡыусыларымдың шатлығына һөйөнөп ғүмер итәм, шулар мине йәшәтә. Әҙәм балаһы күңелендә бер ниндәй ҙә яуызлыҡ йөрөтөргә тейеш түгел.
Зөһрә инәй әйтеүенсә, 1950 йылдың август төнөндә уны урлағандар. Хәйер, кем икәнен һиҙгән инде. Әлбиттә, тотҡан еренән һындыра торған Йәғәфәр был йәһәттән егетлек ҡылған.
– Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торҙоҡ, бик матур йәшәнек, – ти Зөһрә Ғибәҙуллина. – Мөхәббәт менән йәшәү ҙә оҙон ғүмерлелек билгеһелер ул. Йәш парҙарға теләгем шул, бер-берегеҙҙе ҡәҙер итегеҙ, бер-берегеҙҙе күтәрә белегеҙ.
Илдар МӨХӘМӘТОВ
Ауырғазы районы.