Йәмғиәт
16 Август 2022, 12:23

Яралары һаман йөрәктә...

Иң ауыры иптәштәрҙе юғалтыу булды.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күгәрсен урта мәктәбендә уҡыусылар яҡташтары, Күгәрсен ауылының арҙаҡлы уҙаманы, Рәсәй Геройы Мансур Рафиҡов менән осрашты. 

Мансур Маһинур апай менән Миңлебай ағайҙың татыу ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Күп балалы ғаиләлә бәләкәйҙән тәртип көслө булған. Һәр кемгә үҙенә тәғәйенләп эш йөк­мәтелә, ысынлап та, Рафиҡовтар балаларын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, хеҙмәткә һөйөү тәр­биәләп үҫтерә.

Хужалыҡта етәксе булып эшләгән Миңлебай ағай талапсан, ғәҙел атай була, уны мин дә бик яҡшы хәтерләйем, ауылда ихтирам итмәгән кеше булмағандыр. Ауылдаштары кешелекле, ғәҙел, оҫта етәксе булғаны өсөн Миңлебай Рафиҡовты ихтирам итте.  

Бәләкәйҙән отҡор, тырыш булып үҫкән Мансур иптәштәре араһында ойоштороусы, лидер була, уның эргәһенә һәр саҡ тиҫтерҙәре генә түгел, ә олораҡ малайҙар ҙа килә. Маһинур апай уның тағы ла бер мөһим сифатын гел әйтә торғайны: буласаҡ герой бала сағынан уҡ һәр кис киләһе көнгә план яҙып ҡуйыр булған.

Мансур мәктәптә яҡшы уҡый, 1982 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инергә ҡарар итә. Үҫмерҙең был хыялына өйҙәгеләрҙең береһе лә ҡаршы килмәй. Башҡортостандан килгән 56 кеше араһында алтауға ғына уҡырға инеү бәхете тәтей. Кемдер беренсе ҡыйынлыҡтарҙан уҡ документтарын кире ала, икенселәр имтихан бирә алмай. Егеттәр училищеға инер өсөн дүрт имтихан тапшыра. Һуңынан физик әҙерлектәрен тикшерәләр. Уҡыу йортонда уҡыу ҙа еңел генә булмай, ләкин бәләкәйҙән тырыш яҡташыбыҙ бөтә ауырлыҡтарҙы үтеп, Ҡазан хәрби училищеһын яҡшы билдәләргә тамамлай.

Мансур Рафиҡов хәрби хеҙмәтен 1986 йылда Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә башлай. Артабан Таулы Ҡарабахта милләт-ара ыҙғышты туҡтатыуҙа ҡатнаша. Волгоград ҡалаһында урынлашҡан 20-се гвардия мотоуҡсылар диви­зияһының танк батальонына командалыҡ итә. Тап шул ваҡытта Чечен Республикаһынан хәүеф­ле хәбәрҙәр ишетелә башлай. Тиҙҙән офицерҙы ҡыҙыу нөктәгә ебәрәләр. Уның подраз­делениеһы иң хәүефле йүнәлештәрҙә хәрәкәт итә. Танкист-офицерҙың танкыһы өс тапҡыр боевиктарҙың уты аҫтына эләгә, әммә Мансур Рафиҡов үҙенә йөкмәтелгән хәрби бурыс­ты үтәй. Корпус командиры 20-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһының айырым танк батальоны командиры Мансур Рафиҡовты Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим итә. Рәсәй Президенты­ның 1996 йылдың 20 ғинуа­рын­дағы Указы менән Чечен Республика­һында конституция тәртибен тергеҙеү буйынса махсус заданиены үтәүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мансур Миңлебай улы Рафиҡовҡа “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән Рәсәй Геройы исеме бирелә. Ошо йылда ул Бронетанкылар ғәскәрҙәре хәрби ака­демияһына уҡырға инә һәм уны 1999 йылда тамамлай. Артабан Төньяҡ Кавказ хәрби округы­ның 255-се мотоуҡсылар полкы командиры начальнигы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. 1999 йылдың сентябренән 2000 йылдың июненә тиклем Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша, аҙаҡ Себер хәрби округында хеҙмәт итә. 2006 йылдан Калуга өлкәһенең хәрби комиссары урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2012 йылда полковник хаҡлы ялға сыға.   

Был көндө уҡыусылар геройға төрлө һорауҙар бирҙе. “Һеҙгә тере кешегә атырға тура килдеме?” Улар араһында иң ауыр һорау, бәлки, ошо бул­ған­дыр. Ауыр тынлыҡ урынлашты. “Иң ауыры иптәш­тәрҙе юғалтыу булды. Һуғышта йә һин дошманды, йә дошман һине юҡ итә”, – тине Герой. “Ҡурҡыныс булдымы?” “Ҡурҡыу һәр кемдә була, тик үҙеңде ваҡытында ҡулға алырға кәрәк, кем өлгөрә – шул тере ҡала”. Көтөлмәгән һорауҙар бирҙе ҡыҙ һәм малайҙар.

– Ауырлыҡтарҙы күп күрергә тура килде, – тип дауам итте һүҙен яҡташыбыҙ. – Хатта һыуһыҙ интеккән саҡтар ҙа булды. Ун һигеҙ йәшлек егет­тәрҙе лә утҡа индерҙеләр. Уларға бигерәк тә ауыр­ға тура килгәндер. Ә беҙгә, хәрби училищела уҡып, физик күнекмәләр үтеп килгән егеттәргә, ауырлыҡтарҙы үтеү еңелерәк ине.

Мансур Рафиҡов билдәләүенсә, үлем менән күҙгә-күҙ осрашыу эҙһеҙ үтмәй. Күңелгә ауыр яра һала. Шуныһы ҡыуаныслы, уның юлын бөгөн улы, кейәүҙәре, ҡыҙҙары дауам итә. Һөнәр һайлау ва­ҡы­тында уға ата-әсәһе ҡаршы килмәгән, шуға ул да, ҡатыны ла балаларының яҙмыштарына ҡыҫылмаған, риза булған, үҙаллылыҡ биргән. Улар хәрби кешенең тормошон күреп үҫкән.

– Физик яҡтан көслө булып үҫегеҙ, беҙҙең заманда бындай матур, иркен спорт залдары, май­ҙансыҡтар булманы, хәҙерге шарттарҙың ҡәҙерен белегеҙ һәм уларҙы дөрөҫ файҙаланығыҙ, – тигән теләктәрен еткерҙе Мансур ағай.

Әсәһенең һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, хәл бе­лер­гә осоп тигәндәй ҡайтып төшкән Мансур ағай­ҙың күҙҙәрендә һағыш осҡондары күренеп ҡалды. Ғүмере сит ерҙәрҙә үткән герой тыуған ауылын, туғандарын, әсәһен өҙөлөп һағыналыр, моғайын. Геройҙың атаһы мәрхүм инде.

Хушлашыу минуттары яҡынлашты, тик Рәсәй Геройы Мансур Рафиҡов менән тағы ла һөйләшке, уның һөйләгәндәрен тыңлағы килде. Тик уны тыуған йортонда әсәһе көтә ине шул…

Әлисә МАННАНОВА

Күгәрсен районы.

 

Читайте нас