Йәмғиәт
17 Август 2022, 18:00

“Башҡортостан” гәзите журналистары – Бишбүләктә!

Егәрле лә, рухлы ла булыуҙары менән һоҡландырҙылар.

“Башҡортостан” гәзите журналистары – Бишбүләктә!“Башҡортостан” гәзите журналистары – Бишбүләктә!
“Башҡортостан” гәзите журналистары – Бишбүләктә!

Бөгөн командировка менән Бишбүләк тарафтарына юл тоттоҡ. Районда эштең гөрләп торған сағына тура килдек, шул иҫәптән урып-йыйыуҙың да ҡыҙған мәле. “Күпме эшләп, бындай мул уңышты күргән юҡ ине  әле”, - тип һөйөнә ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт итеүселәр. Мәҫәлән, беҙ булған С. Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һолоноң гектар ҡеүәте 40 центнерҙан да кәм түгел.

Бишбүләктәрҙең бына тигән итеп байрамдар үткәрә белеүҙәрен дә күрҙек. Дим буйында урынлашҡан Ҡаныҡай ауылында бөгөн “Балаҫтарҙа йәйғор төҫө” тигән район фестивале уҙғарылды. Унда күрше райондарҙан да балаҫ һуғыу оҫталары ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, был ауылда электән балаҫ һуғыусылар күп булған, өләсәйҙәребеҙҙең боронғо шөғөлөнә йән өргән, дауам иткән Ҡаныҡай уңғандарына афарин!

Эш сәфәребеҙ барышында Ҡаныҡай, Дүсән, Сиҙәкбаш ауылдарындағы еләк үҫтереү, балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән йүнселдәр менән таныштыҡ, хеҙмәт династиялары менән аралаштыҡ.

Район етәкселеге тарафынан да үҙ эштәренә яуаплы, хәстәрле мөнәсәбәт тойолдо. Көн дауамында ауылдар, хужалыҡтар буйлап беҙҙе оҙатып йөрөгән Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғәлиевкә, район Советы секретары Вадим Булатовҡа рәхмәт. Халыҡ араһында, саралар уртаһында булыуҙары ихтирам уятты.

Мәҡәләләрҙе тиҙҙән гәзиттә уҡырһығыҙ. Әлегә “Балаҫтарҙа йәйғор төҫө” байрамынан музыкаль сәләм!

Автор фотолары.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас