Йәмғиәт
17 Август 2022, 14:30

Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ

Бөгөн республика 22-се гуманитар йөк тейәлгән 13 йөк автомобилен оҙатты.

Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙДонбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ

Башҡортостан Донбассҡа ярҙам ебәреүҙе дауам итә. Бөгөн 22-се гуманитар йөк тейәлгән 13 йөк автомобиле оҙатылды.

– Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса эште дауам итәбеҙ. Бөгөн республиканан Донбассҡа 22-се гуманитар ылауҙы оҙаттыҡ. Был юлы дөйөм йөк ауырлығы 230 тонна тәшкил итте. Әлеге ваҡытта был - республиканан оҙатылған иң ҙур гуманитар ярҙам колоннаһы.

Колонна ябай тормош мөмкинлектәренән мәхрүм булған кешеләрҙең ихтыяжынан сығып тупланды. Был, тәү сиратта, аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдары. 22-се конвойҙың тағы ла бер үҙенсәлеге: уның составында нәфис әҙәбиәт тейәлгән бер йөк автомобиле лә бар. Беҙҙең ярҙамдың был өлөшө Донбасс балаларына айырыуса оҡшар, тип уйлайым.

Былар барыһы ла республиканың Донбасста тыныс тормошто тергеҙеү өсөн индергән ғәмәлдәге ярҙамын күрһәтә. Бөтәһенә лә уңышлы юл теләйем! – тип уртаҡлашты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/ireksagitov.

Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Донбассҡа ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас