Йәмғиәт
17 Август 2022, 17:50

Ғорурланабыҙ!

Баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәте, милли йолалары менән яҡындан таныша ала.

Ғорурланабыҙ!Ғорурланабыҙ!
Ғорурланабыҙ!

18-28 августа  Мәскәүҙең «Зарядье» паркында Рус география йәмғиәтенең биш йыллығына арналған фестиваль уҙғарыласаҡ. Саралар Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөнә арналасаҡ. Фестивалдә илдең 50 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.

Кремль стенаһы эргәһендә башҡорт тирмәһе ҡороласаҡ. Баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәте, милли йолалары менән яҡындан таныша аласаҡ.

Ошо айҡанлы Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен белдерҙе.

Фото: Радий Хәбиров.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас