

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Фән сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-уҡытыу үҙәге үҫеше перспективаһы һәм төбәктә офтальмологик кластер төҙөү мәсьәләләре ҡаралды.
Республика Башлығы кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов фәнни-уҡытыу үҙәге идарасы компанияһының Өфөлә студенттар кампусын төҙөү буйынса инвестпроекттарҙы һайлап алыуға заявка әҙерләүен белдерҙе. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, федераль үҙәктән бүленәсәк финанс күләме билдәләнәсәк. 2022 йылда комплекс объекттарын проектлау эштәре башланасаҡ тип күҙаллана.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәктә офтальмологик кластер төҙөү перспективаһын ҡараны. Проект Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты һәм “Аллоплант” федераль үҙәге ресурстарын файҙаланып, Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында тормошҡа ашырыла.
Уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов хәбәр итеүенсә, университетта эксперименталь лабораторияһы булған регенератив медицина һәм күҙ хирургияһы институты булдырылған, матди база нығынған.
- Донъя картаһында офтальмология өлкәһендә үҙенсәлекле компетенциялары булған ҡеүәтле үҙәк төҙөү – төп бурысыбыҙ, - тип билдәләне ректор.
Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/156745.html