

80-се йылдарҙа була был ваҡиға. Июнь баштарында республикаға ураҡта ярҙам итергә Мәскәү өлкәһенән водителдәр килеп төшә һәм сенаж ташый башлайҙар. Араларында берәүһе бик күңелһеҙ йөрөй икән. Һорашһалар, егет армиянан ҡайтыу менән өйләнгән,ә туйҙың икенсе көнөнә командировкаға оҙатҡандар.
- Килмәһәң, булмай инеме? - тип һорағандар уны йәлләп.
- Ул саҡта яңы машина эләкмәй, - тигән ул.
Йәш кейәү көн һайын, ҡасан ҡайтабыҙ, ти ҙә һорай икән. Өлкәндәр аңлатып биргәндәр:
- Бесәнде өйөп бөттөк, хәҙер ураҡҡа төштөк, унан һуң кукуруз, картуф, сөгөлдөр көтә. Шуларҙы йыйып бөткәс, ҡайтабыҙ.
Егет күнгән, ә бер көн тағы илаулап килеп ингән.
- Әле үҫкәнен йыйып бөтмәнек, тағы сәсә башланылар! - тигән ул сәскес таҡҡан тракторҙарға күрһәтеп. Ә эргәлә ужым арышы сәсәләр икән. Мәскәү егете был арышты киләһе йылға ғына йыйып алғандарын ҡайҙан белһен инде...
Фото: 5koleso.ru