Йәмғиәт
18 Август 2022, 16:00

“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы

“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “XIX  быуатта Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында мәғрифәтсе һәм дини эшмәкәр Ғабдулла Сәиди йәшәгән һәм эшләгән. Үҙ заманы өсөн бик абруйлы һәм алдынғы кеше булған.

Йылына унда 400-гә тиклем кеше уҡыған. Үҙ мәҙрәсәһендә ул дини предметтарҙы ғына түгел, геология, тау эше нигеҙҙәрен, химия һәм башҡаларҙы ла уҡытҡан.

Мәҫәлән, билдәле алтын табыусылар Рәмиевтар (уларҙың тоҡомонан Бәшир беренсе совет компьютерын уйлап сығарған) үҙ һөнәренә Ғабдулла Сәидиҙә өйрәнгән. Баҡтиһәң, ландшафтағы үләндәргә ҡарап, ерҙә алтын барлығын билдәләп була икән.

Бына шул элекке белем биреү комплексынан беҙгә мәсет менән Ғабдулла хәҙрәттең йорто ҡалған. Был йорт ике ҡатлы булған, совет осоронда уны һүтеп алғандар һәм хәҙер ихатала ике йорт тора. Хәҙрәт йәшәгән осорҙа булған кеүек йортто тергеҙергә, унда дини мәғрифәтселәр музейын эшләргә тигән тәҡдим бар. Сөнки бында йыл һайын Рәсәй төбәктәренән һәм Үҙәк Азия илдәренән Ғабдулла Сәиди ҡәберенә киләләр. Әйткәндәй, ҡәбер ташының үҙ тарихы бар, уны Троицкиҙан Зәйнулла Рәсүлев үҙе эшләгән һәм ебәргән. Баймаҡ районында тағы Мөжәүир хәҙрәт ҡәбере ғибәҙәт ҡылыу урыны.
Был мәғрифәтселәрҙең хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ һәм үҙ тикшеренеүсеһен көтә. Уларҙың эшмәкәрлеге, ҡараштары бар, бөгөн уны йолаға әүерелгән Ислам тип йөрөтәбеҙ. 

Быны нимәгә яҙам? Беренсенән, риүәйәт бар. Ғабдулла Сәидиҙең улы (100 йылдан ашыу йәшәгән һәм һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә булған) “ихлас, изге” кешеләр тергеҙәсәк тип әйтеп ҡалдырған. Икенсенән, барлыҡ теләге булғандар (һәм иң мөһиме - мөмкинлеге булғандарҙы) был Аллаһы Тәғәләнең сауабына ярашлы эштә ҡатнаша ала. Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”,

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
“Бындай кешеләр табылыр, тип ышанам”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас