Йәмғиәт
18 Августа 2022, 09:45

Республика көнө сараларға бай булмаҡсы

Иң мөһиме - Өфөлә Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ! 

Республика көнө сараларға бай булмаҡсыРеспублика көнө сараларға бай булмаҡсы
Республика көнө сараларға бай булмаҡсы

11 октябрҙә Республика көнөнә арналған саралар Өфөнөң барлыҡ төп майҙансыҡтарында үтәсәк. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бөгөн республиканың ойоштороу комитеты ултырышында Совет майҙанын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған тип билдәләне. 11 октябрҙә генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу төп ваҡиға буласаҡ.

Максим Забелин һәйкәл проектын асыҡ конкурс йомғаҡтары буйынса һайлауҙарын иҫкә төшөрҙө. Уда скульптор Салауат Щербаков еңеп сыҡты. Республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме буйынса, проектҡа өҫтәмәләр индерелде һәм монументтың ике яғынан колонналар өҫтәлде.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Совет майҙанында Республика көнөндә “Геройҙар ваҡыты” беренсе бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы уҙасағын, шунда уҡ Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының “Үлемһеҙ дан өсөн тыуғандар” концерты уҙасағын әйтте. Тамашасылар “Салауат тоҡомдары сигенмәй” спектакленән өҙөктәр һәм ҙур мэппинг-шоу ҡарай ала.  Башҡортостан халҡы Республика көнөнә арналған төп тантаналарҙы ҡарай алһын өсөн БЮТ каналынан тура трансляция ла ойоштороласаҡ.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һүҙҙәренсә, 11 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында байрам тантаналары барлыҡ майҙансыҡтарҙа ойошторола. Совет майҙанынан тыш, “Ҡашҡаҙан” һәм “Беренсе Май” парктарында, Рус драма театры алдындағы майҙанда ла төп саралар үтәсәк. “Ҡашҡаҙан” паркында йәштәр өсөн “Беҙ - республика киләсәге” спорт сараһы уҙғарыла, унда Өфө халҡы һәм уның ҡунаҡтары флешмобтарҙа, спорт уйындарында һәм конкурстарҙа ҡатнаша ала. “Беренсе май” паркындағы байрам программаһы балалар һәм үҫмерҙәр, йәштәр һәм өлкән быуынға иҫәпләнгән өс блоктан тора. Рус драма театры алдындағы майҙанда балалар коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты була. Кискеһен өс майҙансыҡта лазер шоуын һәм Совет майҙанынан концертты трансляциялау ойошторола. Ә Өфө Ҡала советы алдындағы майҙанда 22 сәғәттә баш ҡала күген байрам фейерверкы биҙәйәсәк.

Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һүҙҙәренсә, 11 октябргә 15 ихата биләмәһен төҙөкләндереү тамамлана, реконструкциянан һуң Дим мәҙәниәт һәм ял паркын асыу планлаштырыла.

Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында республиканың 20 мәктәбенән 500 уҡыусы “шайморатовсылар”ға бағышлана. Мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева республиканың ойоштороу комитеты ултырышында 1 сентябрҙән Башҡортостанда 78 “шайморатов” класы буласағы, уларҙа 1600 бала белем аласағы хаҡында һөйләне. 13 сентябрҙә “Патриот” хәрби-патриотик паркында “Геройҙар уҙышы”нда уларҙың командаһы үҙ ихтыяр көсөн һынай, ярыштарҙа еңеүсегә Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыла.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, байрам сараларында Беларусь Республикаһынан һәм Үзбәкстандан делегацияларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Республика вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, байрам көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда Башҡортостан халҡы продукцияны етештереүселәрҙән туранан-тура һатып ала ала. Йәрминкәләргә республика буйынса – 11, Өфөлә 11 майҙансыҡ йәлеп ителеүе ихтимал.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин байрам саралары ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауға айырым иғтибар бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуына бәйле килеп тыуған хәлдән сығып, ковидҡа ҡаршы саралар хаҡында ла оноторға ярамай.

“Республика көнөнә арналған бөтә саралар ҙа юғары кимәлдә үтергә тейеш, республикала йәшәүсе һәр кем, йәшәгән урынына ҡарамаҫтан, байрамыбыҙға арналған бөтә сағыу ваҡиғалар палитраһын күрә алһын өсөн уларға мәғлүмәти оҙатыу ҙа мөһим”, - тип йомғаҡ яһаны Максим Забелин.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас