Йәмғиәт
18 Август 2022, 06:30

“Яҡшы йорт. Яҡшы ихата”

Был конкурсты “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ойошторған

“Яҡшы йорт. Яҡшы ихата”“Яҡшы йорт. Яҡшы ихата”
“Яҡшы йорт. Яҡшы ихата”

Башҡортостан “Яҡшы йорт. Яҡшы ихата” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн иң күп заявка биргән төбәк. Бәйгенең маҡсаты – йорттарҙа һәм ихаталарҙа тәртип булдырған идара ойошмаларын асыҡлау, халыҡты тәртип-таҙалыҡҡа әйҙәү.

Был конкурсты “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Рәсәйҙең Төҙөлөш-торлаҡ коммуналь хужалығы һәм “Жители МКД” мобилизация  партия проекты сиктәрендә Биләмәләрҙе үҫтереү фонды менән берлектә ойошторған.

Заявкалар 1 июлдән 15 авгусҡа хәтлем ҡабул ителгән. Башҡортостан иһә 315 заявка биреп беренсе урынға сыҡҡан. Әле жюри конкурсҡа йомғаҡ яһай. Ә 22 августан алып халыҡ тауыш бирә башлаясаҡ, ул биш көн дауам итә. Еңеүселәр 11 сентябрҙә билдәле буласаҡ, иң-иңдәр Рәсәйҙең Төҙөлөш-торлаҡ коммуналь хужалығында бүләкләнәсәк.

 Фото: http://www.triinochka.ru/

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас