Йәмғиәт
18 Августа 2022, 05:30

Яңы автобустар ҡайта

Былар барыһы ла халыҡ уңайлылығы өсөн эшләнә

Яңы автобустар ҡайтаЯңы автобустар ҡайта
Яңы автобустар ҡайта

 

Транспорт реформаһы башланғандан алып, Башҡортостан 943 яңы автобус һатып алған. Уларҙың 236-һы – ҙур, 497-һе – уртаса  һәм 210-ы  – бәләкәй. Шуны ла билдәләү мөһим, 201 автобусты беҙҙең "НефАЗ" етештергән. Алдағы көндәрҙә Нефтекама заводынан Өфөгә тағы ла 63 автобус киләсәк.

Былар барыһы ла дәүләт пассажирҙар ташыусы предприятие – “Башавтортранс” маршруттарына көйләнәсәк.  Шул уҡ ваҡытта шәхси ойошмалар ҙа үҙҙәренең автопаркын яңырта. Улар иһә 150 яңы автобус һатып алыуға өлгәшкән.

Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас