

Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылын төрлө милләт халыҡтары төйәкләй, шулай ҙа күпселекте удмурттар тәшкил итә. Шулай уҡ ул быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҙур ауылдар араһында еңеү яулауы менән дә үҙенсәлекле. Төрлө һөнәр эйәләре тыуған еренә файҙалы булып йәшәй һәм эшләй.
Улар араһында боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүселәр булыуы халыҡтың тарихҡа, ата-бабаларының шөғөлдәренә ихтирамлы мөнәсәбәтен сағылдыра. Түбәнге Балтаста тыуып-үҫеп, ошо ауылда ғүмер иткән Алексей Шаһиев – ҡайын туҙынан төрлө әйберҙәр эшләү оҫтаһы.
Мәктәптә уҡытҡан йылдарында музейҙа милли биҙәктәр менән һырлап ҡайын туҙынан эшләнгән боронғо һауытты күреп, үҙендә лә уны яһап ҡарау теләге тыуа. Ә тап ошондай һөнәргә ҡыҙыҡһыныуы тәрәндәрәк ята – бала сағына барып тоташа.
Әле мәктәптә уҡыған сағында уҡ ағасты һырлап биҙәктәр яһау буйынса “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөй. Был шөғөл уның күңеленә һеңеп ҡала. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, тәүҙә Нефтекама ҡалаһында педагогия колледжында уҡый, аҙаҡ Удмурт дәүләт университетын тамамлай һәм тыуған ауылына удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Һуңынан ағасты һырлап биҙәк төшөрөү буйынса уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүгә тотоноуы ла бала саҡтан күңеленә һалынған шөғөлгә тартылыуына бәйле.
Ә инде музейҙа күргән боронғо туҙ тырызы уҡытыусыны яңы йүнәлешкә этәрә, иҫке һауытты тергеҙеп ҡарау теләген уята һәм балалар менән ошо юҫыҡта эш башлайҙар.Ҡайын туҙынан һауыттар яһауҙың серен асыу өсөн уға байтаҡ уҡырға, эҙләнергә тура килә.
– Ҡайын туҙын эшкәртеү нескәлектәрен барыһын да үҙем өйрәндем, сөнки уның оҫталары бик һирәк. Был шөғөл уҡыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөгөн мин балалар сәнғәт мәктәбенең филиалында биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса белем бирәм. Әлеге көндә 50-гә яҡын бала шөғөлләнә. Хәҙер күберәк көнкүрештә ҡулланыуҙа булған һауыттар эшләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡайын туҙы бактерицид үҙенсәлеккә эйә. Элек ата-бабаларыбыҙ унан порошок яһап яраға һипкән. Ике ҡат туҙҙан эшләнгән һауыттар термос һымаҡ булған, шуға бесәнгә алып барған һөт ризыҡтары унда боҙолмай һаҡланған, – тип һөйләне Алексей Шаһиев.
Ҡайын туҙын әҙерләүҙең үҙ тәртибе бар, уның да үҙенсәлеген өйрәнгән. Пилорамаға килтерелгән ҡайын ағастарының туҙын һыҙырып, елләтелә торған ҡараңғы бинала баҫтырылған килеш киптерә. Ике айҙан улар эш өсөн әҙер һәм йыл дауамында файҙаланырға мөмкин.
– Минең эштәремдең үҙенсәлеге шунда: халҡыбыҙға хас биҙәктәрҙе ҡулланып, был сәнғәт төрөнөң этник яғын асырға тырышам. Ошо рәүешле халыҡ ижадын, этник сувенирҙарҙы тергеҙәм, – тине оҫта.
Иң мөһиме – ул боронғо кәсепте үҙе өйрәнеп кенә ҡалмай, белгәнен йәш быуынға өйрәтә. Тимәк, ҡайын туҙынан һауыттар яһау серен тағы ла әллә күпме уҡыусы белеп үҫә. Ошо рәүешле халыҡ кәсептәре быуындан-быуынға күсә.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Тәтешле районы.