Йәмғиәт
19 Август 2022, 11:47

Айырылғанды айыу ашай тиһәләр ҙә...

Утыҙ йыллыҡ ғаилә тормошо эҙһеҙ үтмәй.

yandex.ruyandex.ru
Фото:yandex.ru

Өс тиҫтә йыл бергә йәшәп тә, атаһы әсәһе менән айырылышырға ҡарар иткәс, Гөлнур бер-ике көнгә үҙе тыуып үҫкән йортта йәшәп алырға булды – әсәһен шул хәлдә ҡалдыра алмай ине ул.    Ә тегеһе ҡайғыһынан өҙгөләнеп нимә эшләргә белмәне, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла уйлап ҡуя ине шикелле. Фатирҙа шундай ауыр төшөнкөлөк, әйтерһең дә, яңы ғына яҡын кешеләрен мәңгелеккә юғалтҡандар.

Әсәһе Нәфисә туҡтауһыҙ илай, үҙен өлкәнәйгән көнөндә ташлап киткән ирен хыянатсы булғаны өсөн ҡарғай. Йәш ҡатын тапҡан, шу­ға китте инде, тип ғәйепләй. Ҡыҙының сәғәткә ҡарап алғанын күреп, уны ла битәрләргә тотондо:

– Бар-бар, эштәрең күптер! Хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәйем шул! Йәш түгелмен, бөтәһе лә ташланы мине... Бар ирең, балаларың янына ҡайтып кит. Артабан нисек йәшәрмен?! Дарыуҙы күп итеп ашайым хәҙер, ерләрһегеҙ ҙә оно­торһоғоҙ... Уның ҡарауы, һис кемгә ҡамасаулап йәшәмәҫмен...

Әлбиттә, шундай һүҙҙәрҙән һуң Гөлнур әсәһен ташлап китә алманы. Эшенән дә һорап китергә мәжбүр булды.

Ике көн буйы фатирҙан сыҡмай ултыра һәм әсәһен йыуата торғас, Гөлнур уға былай тине:

– Әсәй, мин атайыма барып һөйләшеп ҡарайым әле... Уның был ҡылығын һис тә аңлай алмайымсы...

Әсәһе көтмәгәндә риза булды.

– Ысынлап та, бар әле, ҡыҙым. Ул бит бер нимә лә өндәшмәйенсә сығып китте. Хәҙер ҡайҙа барайым инде? Был фатирҙы ул миңә өйләнгәнгә хәтлем алған бит, торлаҡ майҙанына минең ҡыҫылы­шым юҡ. Нимә иҫәбенә көн күрергә тейешмен, ҡайҙан аҡса алайым?

Һуңғы һорауы төп мәғәнәгә эйә ине: үҙ ғүмерендә бер ҡайҙа ла эшләмәгән 50 йәшлек ҡатындың бер тинлек тә килеме юҡ бит хә­ҙер... 

Атаһына шылтыратып, Гөлнур уның менән бер кафела осрашырға һүҙ ҡуйышты. Ир кеше кәйефһеҙ ге­нә ине, ҡыҙының дәғүәләрен алдан һиҙенә ине, әлбиттә. Ул Гөл­нур­­ҙы ҡулы менән ишаралап туҡтатты:

– Көтөп тор, ҡыҙым. Нимә әй­те­реңде беләм. Тәүҙә үҙем аңла­тайым. Мин бер ниндәй ҙә ҡатын янына китмәнем, уныһын әсәйең уйлап сығарған. Фәҡәт айыры­лы­шырға булдым. Ауыр була башланы уның менән йәшәүе. Элек тә шулай ине, тик  һеҙҙе йәл­лә­нем, бәләкәй инегеҙ бит әле. Аяҡ­ҡа баҫҡанығыҙҙы көттөм. Ни­һайәт, үҙаллы йәшәйһегеҙ. Ҡустың да һәйбәт эшкә урынлашты. Ҡартлыҡ көнөмдә үҙем өсөн йәшәп ҡалырға теләйем. Һин мине ҡасан да булһа аңларһың, тип өмөт итәм.

– Атай, ул нисек бер үҙе йәшәр һуң? Фатиры ла үҙенеке түгел! Уның бит хатта коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә аҡсаһы юҡ...

– Фатирҙы мин уға ҡалдырҙым, был турала үҙе лә белә. Һиңә ниңә әйтмәгәндер инде... Коммуналь хеҙмәттәргә килгәндә инде... Ярай, мин түләп барырмын. Тик уның менән осрашмай, ә һинең аша ғына! Ҡалғаны инде, һин ғәйеп итмә, ҡыҙым, уның үҙенән тора. Эшкә урынлашһын, бында инде мин ярҙамсы була алмайым.

Атаһы менән һөйләшкәндән һуң, Гөлнурҙың күңелендә ауыр тойғо ҡалды. Нисек инде ул – “йәшәүе ауыр ул кеше менән?” Ә нисек 30 йыл бергә йәшәгәндәр, улай булғас? Юҡ, атаһы нимәнелер әйтеп еткермәй буғай...

Фатирҙың үҙендә ҡалғаны һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн элекке иренең түләре тураһында әйткәс, әсәһенең йөҙөндә һис ниндәй шат­лыҡ сатҡылары күренмәне. Кире­һенсә, ул ҡулдарын ғына йәйҙе лә иламһырап һөйләнеүен дауам итте:

– Коммуналь хеҙмәттәрҙе тү­ләйәсәк, имеш! Ә мин нимә иҫәбенә көн күрергә тейеш?! Ашарға, кейенергә...  Кем мине ошо йәштә эшкә алһын, кемгә кәрәк инде мин?

– Әсәй, ҡала ерендә эш күп инде ул, эҙләргә генә кәрәк. Тәүге осорҙа беҙ ҡустым менән аҡса биреп торорбоҙ, ул риза. Һәр беребеҙ эш хаҡынан айына 10-ар мең һум биреп барһа, ашарға-эсергә етеп торор бит әлегә?

– Бөтәһе 20 мең һум ғынамы? Ул нимәгә етһен? Был ғына аҡсаға нисек йәшәмәк кәрәк? Юҡ, миңә был донъянан китергә тура килер, һеҙгә артыҡ йөк булам юғиһә...

– Әсәй, ундай һөйләшеүҙе туҡтатһаңсы! Ярар, һәр беребеҙ айына ун бишәр мең биреп барыр. Тик минең эш хаҡының яртыһынан ашыуырағы был, ҡустым да яңы эшләй башланы, әле күп түлә­мәй­ҙәр. Шуға күрә эшкә урынлашырға тырыш инде.

Икенсе көнө әсәһе Гөлнурға  эштә сағында шылтыратты. Сәғәт буйы тиерлек ауыр яҙмышы, иренең ниндәй бәғерһеҙ хыянатсы булып сыҡҡаны тураһында һөй­ләне. Әсәһенә фатирҙа бер үҙенә яманһыу булғанын аңлай Гөлнур, тик хеҙмәттәштәре лә уның телефондан шулай оҙаҡ һөйләшеп ултырыуына ҡырын ҡарай башланы.

Кис тә шылтыратты әсәһе. Гөлнурҙың был мәлдә өйөндә икәнен белә, шуға тағы ла оҙағыраҡ һөйләне. Шул мәлдән һуң ул ҡыҙы­на көнөнә бер нисә тапҡыр шыл­тыратырға ғәҙәтләнеп алды. Был хәл бергә эшләгән иптәш­тәрендә лә, өйҙә ирендә лә ҡәнәғәт­һеҙлек тыуҙырмай ҡалманы, әлбиттә.

Бер көндө ул телефондан үрһә­ләнеп шылтыратты:

– Гөлнур, ваннала краным һынды! Тиҙ генә кейәүгә шылтырат – килеп йүнәтә һалһын! Һыу баҫа мине!

– Әсәй, ул әле килә алмай, эштә бит, уның вазифаһы ла етди, юҡ-бар сәбәп арҡаһында эштән йүгереп сығып китә алмай бит инде...

– Ҡәйнәһенең краны ябылмауы юҡ-бар сәбәпкә инәме ни? Нисек була инде ул? Һеҙ ҙә ярҙам итмәгәс, тағы кемгә әйтәйем?

Бындай ашығыс йомоштар йыш ҡабатланып торҙо: әсәһенең йә ниндәйҙер техникаһы ватыла, йә башҡа төрлө ярҙам кәрәк, йә төнөн кухняла газ еҫе сыҡҡан һымаҡ була... Гөлнур һәр саҡ әсәһенә ашыға, уны шундай хәлендә ташлап булмай бит инде...

Тыуған йортона килгән саҡта Гөлнур күрә ине: һыуытҡысына ниндәй генә ризыҡ тултырмаған... Аңлашыла ла: айына утыҙ мең һум килеп тора, хатта коммуналь хеҙмәттәрҙе лә түләргә кәрәкмәй. Әсәһе раҫлауынса, ул үҙенә эш эҙләй, тик бер ҡайҙа ла алмайҙар икән...

Бер көн сығып китергә йөрөгән Гөлнурҙы туҡтатты:

– Ҡыҙым, биш мең һум бир әле, ай аҙағына хәтлем йәшәргә аҡса ҡалманы бит!

Гөлнур түҙмәне, әсәһенә тауышын күтәрергә мәжбүр булды:

– Беҙ ҡустым менән һиңә айына 30 мең һум бирәбеҙ! Күп кешенең эш хаҡы ла уға етмәй әле! Кәмет һуң сығымдарыңды! Косметика салондарына ла йөрөйһөң икән. Эшкә урынлашырға нимә ҡамасаулай һиңә?

– Нисек инде кәметергә?! – тип ярһып китте Нәфисә. – Мине артыҡ мул йәшәй тип уйлайһығыҙмы әллә? Мин үтә кәрәк нәмәләрҙе генә алам! Ҡартайған көнөмдә яңғыҙ ҡалырымды һиҙә инем инде. Үҙемдең өҫ-башымды ҡарарға ла, салонға инеп сығырға ла хоҡуғым юҡ икән дәһә! Уф, йөрәгем!

Әсәһе йөрәген тотоп ауа башлағас, Гөлнурҙың ҡото осто.

– Хәҙер, әсәй, ашығыс ярҙам са­ҡыртам!

Тик әсәһе уны шунда уҡ туҡтатты:

– Кәрәкмәй, саҡырма, үтер әле. Ҡана, шкафтан корвалол алып тамыҙып бир.

Был төндө Гөлнурға әсәһе янында үткәрергә тура килде. Иртән ул  әсәһенең карауаты янындағы тум­бочкаға биш мең һум аҡса һалды ла эшенә ашыҡты.

Өс ай самаһы шулай йәшә­гән­дән һуң, Гөлнур тағы атаһы менән кафела ултыра ине. Уны ҡыҙы осрашырға үҙе саҡырҙы.

– Һөйлә, ҡыҙым. Әсәйең йөрә­геңде ашайҙыр инде... – тине атаһы төшөнкө генә тауыш менән.

– Атай, һин миңә, ҡасан да булһа аңларһың, тигәйнең. Шулай тиҙ арала булыр был тип уйла­мағайным да. Арыным әсәй менән, үҙ тормошома ваҡыт та, көсөм дә ҡалмай. Ирем кисә генә, бындай хәлдә артабан йәшәп булмаҫ, тине. Эш шуға бара шикелле. Тик мин әсәйҙе лә ташлай алмайым – минең әсәйем бит ул! Йөрәге лә ауырта. Ни эшкә алмайҙар бер ҡайҙа ла, беҙ ҙә хәҙер балаларға кәрәк нәмәләрҙе ала алмай башланыҡ, аҡса аҙайҙы...

– Эшкә сыҡмаясаҡ та ул, ҡыҙым, – тине атаһы. – Ул эш эҙләмәй, хәйләләшә генә. Ғүмер буйы шулай булды. Йөрәге лә ауыртмай, мин уны дауаханаға тикшертергә алып барҙым бит.

Ҡыҙының арыған йөҙөн күреп, атаһының йөрәге әрнеп ҡуйҙы. Ғәзиз балаһының никахы ла хәүеф аҫтында икән әле... Тамағындағы төйөрҙө саҡ йотоп, ул үҙе өсөн ауыр ҡарарға килде:

– Ярай, ҡыҙым, кире ҡайтырмын. Ундай аҙаптарҙан ҡотолорһоң. Ике ай иркен йәшәнем, етер инде. Әсәйең яҙмышымдыр инде, уның ауырлығы ҡустың менән һинең елкәңә ятырға тейеш түгел. Һеҙҙең мәшәҡәттәр тамам...

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас