Йәмғиәт
19 Август 2022, 11:30

Балалар Безруков һәм Гагарина менән осраша

Башҡортостандан һигеҙ уҡыусы Беренсе Балалар мәҙәни форумында ҡатнаша.

Балалар Безруков һәм Гагарина менән осрашаБалалар Безруков һәм Гагарина менән осраша
Балалар Безруков һәм Гагарина менән осраша

Сара 25 - 28 августа Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең 57-се павильонында, «Рәсәй – минең тарихым» паркында үтәсәк.  Оло йыйында оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, ижади оҫтаханалар, түңәрәк өҫтәлдәр, арт-мәктәп ойошторола. Йәш мәҙәниәтселәр билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре менән дә осрашасаҡ. Сергей Безруков, Игорь Бутман, Елена Гагарина, Юлиана Слащева, Николай Цискаридзе үҙҙәренең ижадҡа килгән юлы тураһында һөйләп, “Бала һәм мәҙәниәт. Быуындар диалогы” сессияһында уңыш сере менән бүлешәсәк.

Рәсәй Федерациһының мәҙәниәт Министры Ольга Любимова менән әңгәмәләшеү мәлендә балалар мәҙәниәтте, балалар ижадын үҫтереү буйынса үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итергә йыйына. Иң шәп проект өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк. 

Форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1500-ҙән ашыу һәләтле бала ҡатнаша. Шулай уҡ Беларусь Республикаһы, Көньяҡ Осетия, Сербия, Тажиҡстан, Үзбәкстан, ДХР, ЛХР, Мысыр һәм Абхазия вәкилдәре лә йыйында ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Фото: tver.aif.ru

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас