

Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҙенең “Хазина” проектын уңышлы тормошҡа ашыра. Был проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы пропагандалау, йәмәғәтселектең иғтибарын “һуғыш балалары” статусына эйә кешеләргә йүнәлтеү, һәр береһенең һөйләгәнен яҙып алып, тарих биттәрендә ҡалдырыу.
Ошо көндәрҙә Әбүләйес ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған сара Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына арналды. Беренсенән, ауылдың билдәле шахматсыһы Марс Бикбаев иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрелһә, икенсенән, һуғыш осоро балалары Миңзифа Ағурҙина, Зөлхизә Киналиева, Миңнур Мусина, Фирҙәүес Назароваға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде. Ошо тантаналы сара ауыл ағинәйҙәренең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, күп йылдарға һәр береһенең күңелендә иҫтәлекле хәтирә булып ҡалыр, тип ышанабыҙ, сөнки кисәнең башынан аҙағынаса ошо апайҙар тамашасыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Ағинәйҙәр йылы ла, хисле лә ҡотлау һүҙҙәрен ишеткәндә хатта күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы, бала саҡтарындағы тормошҡа байҡау яһағанда ла тулҡынланыуын йәшермәне.
Ейәнсураның тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәкселеге иһә ауыр һуғыш йылдарында күптәр кейгән аяҡ-кейемен – сабаталарҙы, халҡыбыҙҙың бүтән милли кейемдәрен алып килгәйне. Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булараҡ, нәҡ улар ошо кейемдә үҙҙәрен һуғыш осорондағы инәйҙәр кеүек хис итте, һағыштарҙы йырлап-бейеп таратты.
Әбүләйес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хөрмәт Ҡотошовтың ағинәйҙәрҙе “Һуғыш балалары” миҙалы менән бүләкләүе сараның иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Ололарҙың ҡыуаныстан күңелдәре тулды, күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары балҡыны, барыһы ла үҙҙәренә ҡарата шундай ихтирам булыуынан ғорурлыҡ кисерҙе.
Әбүләйес ауылының “Аҡсабикә” тип исемләнгән фольклор төркөмө ағинәйҙәрҙе үҙҙәренең репертуарындағы иң матур йырҙар менән сәләмләне, кисә аҙағында уларға байрам сәйе ойошторолдо.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: сараны юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ иткәндәре өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Х. Ҡотошовҡа, клубтың художество етәксеһе К. Имелбаеваға, китапханасы З. Мырҙабулатоваға, шулай уҡ ирекмәндәр Р. Ағурҙинаға, Г. Имелбаеваға һәм С. Яубаҫароваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
- Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ
Ейәнсура районы