Йәмғиәт
19 Август 2022, 05:00

Барыһы ла илһөйәрлектән башлана

“Журфест-2022” медиаилһөйәрлекте үҫтереүгә, заман саҡырыуҙары, шул иҫәптән социаль селтәрҙәге фейктарға ҡаршы көрәшкә арнала.

Барыһы ла илһөйәрлектән башланаБарыһы ла илһөйәрлектән башлана
Барыһы ла илһөйәрлектән башлана

Рәсәйҙең һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығының ваҡытлы матбуғат һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская, Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный баҫма киң мәғлүмәт сараларында илһөйәрлек темаһы, медианың федераль кимәлдәге эше тураһында һөйләйәсәк. “Диалог Регионы” йәмғиәтенең мәғлүмәт эше буйынса белгесе Евгения Авраменко “Социаль селтәрҙә яңылыҡ пабликтары трендтары” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Бынан тыш, RT (Russia Today) телеканалының хәрби хәбәрсеһе, РЕН ТВ каналындағы “Донъя армиялары” тапшырыуҙары циклы авторы Вячеслав Гузь “Ҡыҙыу нөктәләрҙә эш – дөрөҫлөк ҡайҙа?” оҫталыҡ дәрестәрен ойоштора. Ул күп кенә “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә - Чечняла, Косовола, Көньяҡ Осетияла, Абхазияла, Ливияла, Газа секторында, Украинала булған.

Фотолар: vk.com/jourfest

Барыһы ла илһөйәрлектән башлана
Барыһы ла илһөйәрлектән башлана
Барыһы ла илһөйәрлектән башлана
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас