

Пенза ҡалаһында Волга буйы федераль округының “Гвардеец” йәш әрмеселәр хәрби-патриотик сборын ябыу тантанаһы үтте.
Башҡортостан данын төбәк ярыштарында еңеү яулаған 19 кешенән торған команда яҡланы. Дөйөм команда беренселегендә спортсылар алтынсы урын яуланы, йыр һәм саф әҙерлеге смотрында беренсе урын алды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаровтың сәләмен еткерҙе.
“Һеҙгә уникаль мөмкинлек тыуҙырылды – әрме лагеры шарттарында йәшәп, уҡып ҡаранығыҙ. Бындай белемде аудиторияла ултырып туплап булмай. “Гвардеец” йыйынында ҡатнашыу һеҙгә киләсәк һөнәрегеҙҙе һайлағанда ла этәргес булыр”, - тине ул.
16 көн дауамында үҫмерҙәр ялан шарттарында башланғыс хәрби әҙерлек үтте, Ватан тарихы буйынса белемен камиллаштырҙы, заман ҡоралдары, хәрби техника, хәрби хәрәкәттәр алымдары менән танышты, хәрби-спорт ярыштарында ҡатнашты, ГТО нормаларын тапшырҙы.
Йыйын еңеүселәрҙе, призерҙарҙы бүләкләү менән тамамланды.
Фото: par.penzavzglyad.ru