

Гәзитебеҙ биттәре аша даими рәүештә уҡыусыларыбыҙҙы республикабыҙҙың һоҡланғыс урындары менән таныштырып торабыҙ. Ысынлап та, Башҡортостан – тәбиғәт ҡомартҡыларына бай төбәк. Тик уны тасуирлап яҙыу йә үҙ күҙҙәрең менән барып күреү – икеһе ике әйбер.
Ғөмүмән, “Башҡортостан” гәзите журналистары йыл һайын төрлө урындарға сығып ял итергә ярата. Был коллективты берләштерә, көндәлек көсөргәнешле эштән һуң башты бер аҙ ял иттерә, күңелде күтәрә. Һуңғы йылдарҙа күп яҡтарҙа булырға тура килде. Быйыл иһә Архангел районын барып күрергә ниәт итеп, августың ҡояшлы иртәһендә юлға сыҡтыҡ. Маҡсатыбыҙ – бар республикаға билдәле Аҫҡын боҙ мәмерйәһендә булыу һәм Инйәр йылғаһында һыу инеп ҡайтыу.
Мәмерйә – һоҡланғыс боҙһарай
Мәмерйәгә алып барған юлда йылғалар һәм шишмәләр күп. Төҙөкләндерелгән, ҡаралған булыуы менән ҡыуандырҙы ул. Беҙ ҙә унда туҡтап һыу эсмәй китә алманыҡ. Баҡһаң, тау аҫтынан бер юлы ике шишмә урғылып сыға. Уларҙың икеһендә лә һыуҙың тәме төрлө. Береһе тоҙлораҡ, икенсеһе әскелтем тәмдә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ уның шифалылығын, төрлө микроэлементтарға бай булыуын билдәләй. Беҙ туҡтағаны тоҙло ине, ул ашҡаҙан өсөн файҙалы икән. Уның шифаһы тураһында белгәндәр, бында махсус килеп, дауаланыу өсөн һыу алып ҡайта.
Маршруттың башы шишмәнән әллә ни йыраҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа Аҫҡын мәмерйәһен Рус география йәмғиәте үҙ ҡурсауы аҫтына алған. Ул ваҡытта үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһына емерелеү ҡурҡынысы янай һәм, кисекмәҫтән сара күрелмәһә, мәмерйәнең хәле аяныслы тамамланыр ине. Эшҡыуар, билдәле тележурналист, Башҡортостан юлдаш телеканалында “Эҙәрмән” тапшырыуын алып барған Гүзәл Хәмитова туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған. Элегерәк бында килгәне булған кешеләр мәмерйәгә инеү михнәттәрен яҡшы хәтерләйҙер. Беренсенән, йүнле-башлы юл булмаған. Әле иһә урынға тиклем ҡырсынташ түшәлгән, ә иң мөһиме – мәмерйәнең эсендә уңайлы шарттар булдырылған. Бында хәҙер хатта һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә килә ала. Мәмерйә ҡапсыҡҡа оҡшаған. Ауыҙы тар ғына, аҙаҡ байтаҡ ҡына аҫҡа төшөргә кәрәк. Быға тиклем арҡан бәйләп, балта менән боҙ сабып йөрөһәләр, хәҙер уңайлы баҫҡыстар эшләнгән, мәмерйә эсе яҡтыртыла. Тауға менгәндә хәл алырға ял итеү урындары ла бар.
Тарихын һөйләнеләр
Маршрут башында беҙҙе бик тәжрибәле экскурсовод, үҙе оҙаҡ йылдар ҡотҡарыусы булып эшләгән Юрий Туманов ҡаршы алды. “Мин ҡалала кешеләрҙе ҡотҡарам, ә урманда тәбиғәтте кешеләрҙән ҡотҡарам”, – тип башланы ул әңгәмәне. Ысынлап та, ул оҙаҡ йылдар Өфөлә ҡотҡарыусы булып эшләй икән. Ә сменаларынан буш көндәрендә бында – Аҫҡын мәмерйәһенә ашҡына. Тап уның тырышлығы менән мәмерйәне һаҡлау өсөн бик күп эштәр башҡарылған.
– Йәш саҡтарҙа спелеология менән ҡыҙыҡһына инем. Дуҫтар менән Башҡортостандың барлыҡ мәмерйәләрен дә тиерлек ҡарап сыҡтыҡ, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә булдыҡ. Белмәй, дыуамаллыҡ менән мәмерйәләргә зыян килтергәнбеҙ, уның эсендә йәшәгән саҡтар ҙа булғыланы хатта, ә улай ярамай. Өлкәнәйә килә, уларҙы һаҡларға кәрәк тигән уй тыуҙы. Ошо Аҫҡын мәмерйәһе айырыуса күңелемә яҡын. Һәм бөгөн уны кешеләргә лә күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта һаҡлау өсөн дә күп саралар күрәбеҙ, – тип һөйләне ул.
Юрий Александрович бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып сыҡты. Тәүҙә мәмерйәнең тарихы, үҙенсәлектәре тураһында һөйләп бирҙе. Аҫҡын Көньяҡ Уралдағы боҙ менән ҡапланған иң ҙур мәмерйә иҫәпләнә. Ғалимдар фекеренсә, ул бынан тураға 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Киндерле мәмерйәһе менән тоташҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы тоташтырған залдар йылдар үтә килә боҙ менән ҡапланған. Аҫҡын мәмерйәһе үҙе Олотауҙың көнсығышында, Ҡаранйорт йылғаһы тамағынан 70 метр бейеклектә, Ҡауарҙы ауылынан тураға һигеҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның оҙонлоғо – 104 метр, киңлеге – 40-60 метр һәм 12-26 метр бейеклегендә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Унда йыл һайын 7-10 эре һәм хисапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғырап тора.
Экскурсовод һөйләүенсә, рәсми рәүештә Аҫҡын мәмерйәһе 1902 йылда асылған. Әлбиттә, урындағы халыҡ уның барлығы тураһында күптән белгән һәм боҙло тау ышығын тәбиғи һыуытҡыс итеп файҙаланған. Йәй көнө бында яңы һуйылған иттәрен һәм башҡа боҙола торған әйберҙәрен һис зыян килтермәй һаҡлағандар. XX быуат башында ике кеше мәмерйә тураһында тау инженеры, геолог-тикшеренеүсе, Көньяҡ Уралды өйрәнеүгә күп көс һалған Леонид Конюшевскийға һөйләгән. Беренсе тапҡыр рәсми рәүештә был турала яҙып сыҡҡас, мәмерйәне ул асҡан тип иҫәпләнә. Ысынында, белгестәр асыҡлауынса, ул дүрт миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Быға тиклем мәмерйә консервацияланған хәлдә һаҡланған булған. 1924 – 1926 йылдарҙа Аҫҡынды Г. Вахрушев һәм В. Петров тигән белгестәр тағы ла ентекләберәк тикшерә. Бөгөнгә тиклем мәмерйә ғалимдар, спелеологтар өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, уны өйрәнеү туҡталмай. Ундағы боҙ боҙлоҡ дәүеренән һаҡланып ҡалған тиҙәр.
Ҡарарға ла, һаҡларға ла кәрәк
Бөгөнгө төп проблема – мәмерйәне ошо килеш һаҡлау. Һауа температураһы бер-ике градусҡа күтәрелһә лә, уға ҙур зыян килә. Боҙ еүешләнә һәм сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар ирей башлай. Һөҙөмтәлә уларҙың төшөп ярылыуы, бөтөнләй юҡҡа сығыуы бар. Мәмерйәнең йылыныуына кешеләр генә түгел, ә донъя кимәлендә һауа температураһының күтәрелеүе лә ҙур йоғонто яһаған. Бынан ете йыл самаһы элек йәй мәмерйәләге уртаса температура дүрт градус һалҡын булһа, бөгөн ул 0 градус самаһы ғына. Ошо температураны һаҡлау, боҙ һындар артабан иремәһен өсөн, мәмерйәгә инеү графигын төҙөгәндәр. Ул ғилми яҡтан нигеҙләнгән.
Хәҙер бында бер юлы 10 кеше генә инә. Төркөм мәмерйә эсендә 15-20 минут була ла сыға. Улар сығып 50 минут үткәс кенә йәнә 10 кешенән торған икенсе төркөм инә ала. Шулай көнөнә 80 кеше үтә. Ҡыш көнө был тәртип бер аҙ йомшартыла, тик барыбер талап теүәл үтәлә. Был регламентты 2018 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡабул иткән һәм раҫлаған.
Беҙ ҙә ике төркөмгә бүленеп, мәмерйә ауыҙына юлландыҡ. Тау йылғалары аша өс күпер һалынған, ял итер, һыу эсер, фотоға төшөр өсөн бик уңайлы урындар бар. Маршрутта ҡыйыҡлы туҡталҡалар, беседкалар, бәҙрәфтәр, мәмерйә ауыҙына тиклем баҫҡыстар һалынған, эстә ут үткәрелгән.
Әйткәндәй, төрлө төҫтәр менән балҡыған яҡтыртыу ҡорамалдары мәмерйәне тағы ла йәмлерәк итеп кенә ҡалмай, ә шулай уҡ уны һаҡлауға ла йүнәлтелгән. Билдәле бер ваҡыт үтеү менән ул үҙенән-үҙе һүнә. Һәм ул беседка ҡыйығы башына ҡуйылған ҡояш батареяларынан эшләй.
Ҡыҙғаныс, элегерәк, “ҡырағай” туристар боҙ һындар менән фотоға төшөп, уларға менеп, ватып, мәмерйәгә ҙур зыян килтергән. Тик хәҙер был хәүеф бөткән. Ҙур боҙҙар янына барыу, уларҙы тотоп ҡарау сикләнгән. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе туристарҙы йыл әйләнәһенә көтә.
Мәмерйә беҙҙең коллективҡа бик оҡшаны. Фәһемле һәм күңелле экскурсиянан һуң аҫҡа төшөп шифалы үләндәр менән сәй эстек, ит ҡурҙыҡ. Ял итеп алғас, Абҙан ауылы янында туҡтап, Инйәрҙә һыу индек. Сәфәребеҙ август уртаһында булыуға ҡарамаҫтан, йылға йылылығы һәм таҙалығы менән һоҡландырҙы.
Шулай йәнгә сихәт, тәнгә рәхәт алып, бер көнгә республикабыҙҙың матур урындарын ҡыҙырып ҡайттыҡ. Ошондай сәфәрҙәр йышыраҡ булып торһон!
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

