

Иртәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ю. Гагарин исемендәге паркы йәнә “Беҙ бергә!” башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале үҙәгенә әйләнә. Дүртенсе йыл рәттән “Юлдаш” радиоһы менән “Галактика” йәмғиәте берлектә башҡорт эстрадаһы башҡарыусыларын бер сәхнәгә йыя.
Йыр фестивале парктың визит карточкаһына әүерелгән дә инде: бында яҡын-тирәләге райондарҙан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә йөҙәрләгән тамашасы йыйыла. Быйылғы проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына, республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай программа, күңелле уйындар, яҡшы бүләктәр көтә. Тамашала 30-ға яҡын йырсы ҡатнаша, улар үҙҙәренең бай репертуарынан иң таралған йырҙарын башҡарасаҡ. Фестиваль барышында милли музыка ҡоралдары, кейеме, биҙәүестәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Милли биҙәүестәрҙән торған күргәҙмә һәм уларҙы һатыу ҙа ойошторола. Фестивалде “Юлдаш” радиоһының популяр “Теге өсәү”е алып бара.
“Беҙ бергә!” халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытырға булышлыҡ итә, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында милли радионың республика мәҙәниәтенә индергән өлөшө лә булып тора.
Стәрлетамаҡтағы Ю. Гагарин исемендәге паркта үтәсәк дуҫлыҡ һәм сәнғәт байрамына теләгән һәр кеше килә ала. Концерт көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА