

15 августа 2022 йылда Президент гранттарының махсус өсөнсө конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Ул Рәсәйҙән ситтә гуманитар һәм хәйриә эшмәкәрлеге, шулай уҡ илдә граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау йүнәлеше менән бәйле башланғыстарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.
Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан 234 ғариза бирелгән – был Мәскәүҙән тыш ил буйынса беренсе урын.
Мәскәүҙе иҫәпкә алмағанда, президент гранттары конкурсына тапшырылған ғаризалар һаны буйынса тәүге унау иҫәбенә шулай уҡ Белгород өлкәһе (103 ғариза), Санкт-Петербург (87 ғариза), Кемерово өлкәһе-Кузбасс (77 ғариза), Түбәнге Новгород (73 ғариза), Ростов (67 ғариза), Һамар өлкәһе (65 ғариза), Татарстан Республикаһы (55 ғариза), Мәскәү (50 ғариза) һәм Свердловск өлкәләре (47 ғариза) инде.
84 төбәктән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурсҡа бөтәһе 8,6 миллиард һум һорап 2 141 башланғыс тәҡдим итте. Конкурсҡа йомғаҡ сентябрь аҙағында яһаласаҡ. Еңеүселәрҙең проекттарын финанслау 3 октябрҙә башлана. Махсус конкурстың грант фонды ике миллиард һум тәшкил итә.
Ғаризалар ике йүнәлеш буйынса ҡабул ителде: “социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау” һәм “йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү һәм ватандаштарға булышлыҡ итеү”. Беренсе йүнәлеш буйынса Башҡортостандан заявкаларҙың – 90 процентҡа яҡыны, икенсе йүнәлеш буйынса заявкаларҙың 10 проценты килгән.
"Башҡортостан Республикаһының хәйриә ойошмалары ассоциацияһы" коммерцияға ҡарамаған партнерлығы Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары араһында 7,5 миллион һумдан ашыу күләмдәге иң ҙур грантты “Граждандар изгелеге коды” гуманитар миссияһында төбәк комплекслы социаль ярҙамы” проектын тормошҡа ашырыу өсөн һорай.
Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан 55 мең һум күләмендәге иң бәләкәй грантты Шаран районының Социаль үҫешкә булышлыҡ итеү хәйриә фонды "Изгелек талсымы" Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына ярҙам ойоштороу (хаттар һәм ҡулдан эшләнгән талисмандар ебәреп) проекты өсөн һорай.
“Үҙенсәлекле осраҡ – ил Президенты Владимир Путин ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған Донбаста йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеү өсөн гранттарға ике миллиард һум бүлде. Шуныһы ҡыҙыҡ: иң күп заявкалар Мәскәүҙән һәм Башҡортостандан килгән. Был осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостанда күскенселәргә ярҙам итеүсе изге күңелле кешеләр күп. Был ярҙам тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн махсус конкурс ойошторолдо”, – тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Башҡортостан икенсе Президент гранттары конкурсында еңеүсе проекттар һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инде һәм Санкт-Петербургтан ҡала Рәсәй төбәктәре араһында икенсе (Мәскәүҙән тыш) һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне. Республика коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 74 социаль проекты 83 264 180 һумлыҡ гранттар отто. Һигеҙ миллион һумлыҡ иң ҙур грантты йәш этнополитолог мәктәбе өсөн социомәҙәни модель әҙерләү үҙәге отто. Башҡортостандан ҡатнашыу өсөн 581 ғариза бирелгәйне.