Йәмғиәт
19 Август 2022, 10:54

Берәҙәк эттәрҙе кем үрсетә?

Ҡарауһыҙ йөрөгән бесәйҙәрҙе, эттәрҙе һәм башҡа хайуандарҙы үлтереү тыйыла.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Июлдең һуңғы көндәрендә Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә берәҙәк эттәр ете йәшлек балаға һөжүм иткән. Был хаҡтағы видеояҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай. Бәхеткә күрә, балаға бер ир ярҙам итеп өлгөрә – ул эттәрҙе ҡыуып ебәргән. Юғиһә, был хәлдең фажиғәле тамамланыуы ла ихтимал ине. Был осраҡта, Хоҙай аралаған, тип әйтергә генә ҡала.

 

Туғыҙ этте аулағандар

 

Әлбиттә, был хәл буйынса төрлө фекерҙәр белдерәләр, бәхәстәр бара. Беҙ ваҡиғаға асыҡлыҡ инде­реү маҡсатында, Ишембай районы хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәновҡа мөрәжәғәт иттек.

– Был хәл 28 июлдә иртән булды. Ошо хаҡта хәбәр алғас, ваҡиға урынына сыҡтыҡ. Унда туғыҙ этте ауланылар, әле улар карантинда. Икәүһенең чипы бар ине. Ҡалған­дарын да эшкәртеп, стерилләү сараһы күреләсәк.

Быға тиклем бындай өйөр ҡалала күренгәне булманы, улар, күрәһең, яңыраҡ тупланып алған. Ауланған эттәрҙе ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡотороҡ ауырыуына тикшерә. Кешеләргә хәүеф тыуҙырған хайуандарҙы башҡаса сығармайынса, бикләп ҡуясаҡтар.  

Район хакимиәте берәҙәк эттәр­ҙе аулау буйынса подрядсы ойошма – “Арғымаҡ” агрохолдингы ме­нән килешеү төҙөгән. Улар эттәрҙе даими аулай. Социаль учреждениелар эргәһен тикшереп торалар. Ҡала буйынса аҙнаһына – ике, ә районға бер тапҡыр сығып, эт ау­лау­ҙы ойошторалар. Шулай уҡ урын­дағы халыҡ та берәҙәк эттәр бу­йынса мәғлүмәттәрҙе район, ҡала хакимиәтенә хәбәр итә. Бер мө­рәжәғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡал­май, шунда уҡ урынға сығалар, сара күрәләр, – тине Рөстәм Рәмил улы.

Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хә­бәр итеүҙәренсә, баланың хәле яҡшы. Шулай уҡ бар хеҙмәттәр ҙә мәсьәләне хәл итер өсөн оператив сара күргән.

Закон хайуандар яҡлы

 

Белеүебеҙсә, 2020 йылдың         1 ғинуарында “Хайуандар менән яуап­лы мөғәмәлә итеү тураһында” федераль закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, бесәйҙәрҙе, эттәрҙе һәм башҡа берәҙәк хайуандарҙың йәнен ҡыйыу тыйыла. Хайуандар менән ҡаты мөғәмәлә иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҙа ҡаралған.

Эвтаназия өсөн бер генә сәбәп бар – хайуан дауалап булмаҫтай итеп сирләһә һәм түҙгеһеҙ һыҙла­ныу тойһа. Кешеләргә хәүеф тыу­ҙырған хайуандарҙы үлтерергә ярамай, ә приютҡа урынлаш­тырырға һәм унда тәбиғи үлеме менән киткәнсе тоторға ҡушыла. 

Законға ярашлы, хәҙер эттәрҙе тоторға, бестерергә, вакцина эш­ләргә лә кире ебәрергә кәрәк. Улар­ҙы аулағас та приютҡа тапшырырға тейештәр. Аулау барышын һәм кире сығарыуҙы видеояҙмаға тер­кәп барырға ҡушыла. Хужаһы тура­һында яҙылған махсус биркалы эттәрҙе аулау тыйыла, уны эйәһенә тапшырыу зарур.

Йорт хайуандарын тотоу ҡағиҙә­һен боҙған өсөн дә язаның өс төрө ҡаралған: гражданлыҡ, административ һәм енәйәт яуаплылығы.

Бының менән риза түгелдәр ҙә бар

 

Берәҙәк эттәр мәсьәләһе, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бер ишембайҙарҙың ғына бәләһе түгел, ә тотош йәмғиә­тебеҙҙә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, улар­ҙы күрергә мөмкин. Советтар Союзы заманында урам буйлап йөрөгән эттәрҙе ата ла китәләр ине, хәҙерге закон быны тыя. Шул уҡ ваҡытта уларҙы бер урында бикләп, ашатып тотор өсөн дә шарттар юҡ. Бының өсөн ҙур матди сығым талап ителә.

Берәүҙәр эттәрҙе атыу яҡлы, икенселәр – ҡаршы. Был һорау буйынса йәмғиәтебеҙ фекере икегә бүленде. Алда әйтелгән видеояҙ­маға ҡарата яҙылған фекерҙәрҙе генә алайыҡ.

Таңһылыу Ирғәлина: “Килештереп эт яҡлап сығыусылар бар бит, законлаштырып бәйләнәләр, судҡа бирәләр. Үҙҙәрен талаһалар, белерҙәр ине, әлбиттә. Ауылда ла йө­рөй­ҙәр, мылтыҡлы кешеләр атыр­ға ҡурҡа, ошаҡлашып ҡына тора­лар бит”.

Мәрйәм Усманова: “Эттәргә тейергә ярамай, тип үрсетәләр ине, ә балаларҙы эттәр ашаһа ла яраймы икән?”

Хәлиҙә Абдуллина-Ишдәүлә­това: “Ҡайҙа ҡарама, шул берәҙәк эттәр! Ярай ҙа ярҙам итеүсе бул­ған”.

Гөлсәсәк Шәйхетдинова: “Ҡай­ҙа ҡарама, шул эттәр аптыра­та. Элек уларҙы ата торғай­нылар, хәҙер үрсейҙәр. Көткәс,  бәйләһен­дәр ине. Ауылда ла урам буйында йөрөйҙәр”, “Һарыҡ көтөп булмай, эттәр быуа”.

Мәрйәм Закирйәнова: “Шул тик­лем ҡурҡыныс хәл. Донъя тулды эттәр менән. Законды үҙгәртергә кәрәк”.

Әлфиә Батисова: “Закон эттәр яҡлы булғанда, бер нимә лә эшләп булмай. Күргәндән йөрәк ярыла яҙа, Аллам һаҡлаһын берәҙәк эттәр­ҙән, алама бәндәләрҙән...”

Шәһәрбаныу Нилова: “Мине өс тапҡыр эт тешләне тигәнгә бер ҡатын (интернетта) мине әрләп бер булғайны. Урындағы властан тора ул. Башлыҡ беҙҙең биҫтәлә йәшәй башлағайны, берәҙәк эттәр бик тиҙ юҡҡа сыҡты”.

Рәлиф Кинйәбаев: “Балаларын урамда ас эттәр баҫтырып йөрөгән заманды нисек иҫән-һау үткәреп ебәрергә һәм тере ҡалырға икән...”

 

Бер үк тырмаға баҫабыҙмы?

 

Республикала эттәрҙең кешегә ташланыу осраҡтары булып тора. Фажиғәле тамамланғандары ла бар. Мәҫәлән, 2020 йылдың 17 апре­лендә Учалы районының Сә­фәр ауылында велосипедта йөрө­гән дүрт йәшлек баланы эттәр талап үлтерҙе.

Был хәлдә ауыл биләмәһе ­ баш­лығын ғәйепләнеләр. Енәйәт эше­нең материалдары буйынса, халыҡ бынан алда ла берәҙәк эттәргә зар­ланып мөрәжәғәт иткән булған. Хакимиәт башлығы ялыу­ҙар­ҙы ҡарамаған һәм теркәмәгән. Шулай уҡ район хакимиәтенә һәм хайуан­дарҙы аулау менән шөғөл­ләнгән ойошмаға ла мөрәжәғәт итмәгән. Чиновникка Рәсәй Енәйәт кодексы­ның 293-сө “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтер­гән иғтибар­һыҙлыҡ” статьяһы буйынса ғәйеп­ләү белдерҙеләр. Хакимиәт баш­лығы үҙенең ғәйебен танымаған.

Күреүебеҙсә, бындай фажиғәнең һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал. Зыян күргән кеше өсөн дә, яуап бирәсәк етәксегә лә эҙемтәләре бик етди буласаҡ. 

Ә социаль селтәрҙәрҙә халыҡ берәҙәк эттәргә зарланыуын дауам итә. Мәҫәлән, Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылынан: “Һүҙем Иҫке Мөсәт ауылындағы бер кешенең эттәре тураһында булыр. Ни өсөн эттәрегеҙҙе бәйләп тотмайһығыҙ?! Урамдан үткән һайын өрөп килеп сығып баҫтыра. Бөгөн баламдың аяғы­на йәбешә яҙған. Был хәл бер­ҙе генә булманы, инде өсөнсө тапҡыр ҡабатлана. Тағы ла берҙе йәбешһә, ҡарап тормайым, баш­лыҡ­ҡа барам”, – тип яҙа берәү. Уның һүҙҙәрен башҡалар ҙа хуп­лап, ауылдың “Финляндия” тип аталған биҫтәһендә йөрөүе лә ҡурҡыныс икәне тураһында яҙа. Бары бер генә кеше урам эттәрен яҡлап сыҡҡан, әммә уның һүҙҙәре ауылдаштарында бары асыу тыуҙырған.

“Был берәҙәк эттәр ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Кем уларҙы үрсет­кән? Кем “дүрт аяҡлы дуҫын” урам­ға сығарып ташлаған?” тигән һорау­ҙар ҙа тыуа. Кеше үҙе түгелме?!

Ниндәй генә һорауҙар бирһәк тә, был мәсьәләнең осо-ҡырыйы күренмәгән кеүек. Рәсәйҙә урамда йөрөгән эттәрҙе үлтерергә ярамай икән, тимәк, үҙебеҙгә һаҡланыу са­раһын күрергә генә ҡала. Шуға ла балаларҙы ҡарауһыҙ тышҡа сығар­мағыҙ; эттәрҙе күрһәгеҙ, уларға яҡын бармағыҙ; берәҙәк хай­уандар тураһында үҙегеҙҙең район, ҡала, ауыл биләмәһе хакимиәт­тәренә хәбәр итегеҙ; урындағы яуаплы ке­шеләр сара күрмәһә, күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр.  

ҠАНУНИӘТ

Белеүебеҙсә, 2020 йылдың 1 ғинуарында “Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында” федераль закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, бесәйҙәрҙе, эттәрҙе һәм башҡа берәҙәк хайуандарҙың йәнен ҡыйыу тыйыла. Хайуандар менән ҡаты мөғәмәлә иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҙа ҡаралған.

 

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас