Йәмғиәт
19 Август 2022, 11:07

“Бумала эшләп, балаларҙы уҡыттыҡ”

Боронғо көнкүреш кәрәк-ярағы бәҫен юғалтмай.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Тап шулай ти Иҫке Һәйет ауылынан йүкәнән бумала эшләү, септә һуғыу оҫталары Элиза менән Дауыт Исмәғилевтәр.

Яңынан-яңы заманса әйберҙәр сығып торһа ла, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең боронғо шөғөлдәре, тәбиғи материалдарҙан эшләгән көнкүреш кәрәк-ярағы үҙенең бәҫен юғалтмай, хатта уларға һорау, киреһенсә, арта бара. Арабыҙҙа балаҫ һуғыу, быйма, кейеҙ баҫыу менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә.

Исмәғилевтәр икеһе лә – Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылы­нан. Элиза Баязит ҡыҙы Стәр­ле­тамаҡта уҡып һөнәр алғас, ҡалала өс ай ғына эшләп өлгөрә. Тор­мош­ҡа сығып, ғаиләһе менән ауылда нигеҙ ҡоралар.

– Йәш саҡта ҡалаға күсеү ниәте ҙур булды. Тәүҙә Яңы йылға, аҙаҡ яҙға күсербеҙ тип йөрөп, донъя мәшәҡәттәре менән сығып китә алманыҡ. Ауыл тормошо нығыраҡ тартҡан, күрәһең. Шулай ҙа һис кенә лә ауылда ҡалғаныма үкен­мәйем, – тип һөйләп алып китте Элиза Баязит ҡыҙы.

 “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Был ауылда элек-электән ҡап, септә һуғыу, йүкәнән бумала эшләү йолаһы йәшәп килә. Заман елдәре күп кенә ауылдарҙа был кәсепте юҡҡа сығарһа ла, иҫке һәйеттәр атай-олатайҙар йолаһына тоғро.

Элиза Исмәғилева бумаланы бәләкәй саҡтан эшләп үҫкән.

– Мәктәптән ҡайтабыҙ ҙа эшкә тотонабыҙ, атай-әсәйгә шулай ярҙам иттек, IV-V класта уҡығанда беҙ ныҡлап ҡул араһына ингәйнек. Үҙебеҙҙең план булды. Интернатта уҡығанда ялға ҡайтһаҡ, мәҫәлән, 50 бумала эшләп китәбеҙ. Һеперт­кене лә оҫта бәйләй инек, – тип хәтерләне ул үткәндәрҙе.

Ғаилә ҡороп, донъя көтә баш­ла­ғас та, был шөғөл юғалмай. Үҙҙә­ренең төп эштәре булһа ла, йү­кәнән әйберҙәр яһауҙы улар буш ваҡытта башҡара. Күмәкләп, ғаилә менән эшләйҙәр. Балалар ҙа хеҙмәткә ылығып үҫә, атай-әсәй­ҙәренә был йәһәттән ярҙамсылар. Хәҙер инде өлкән улдары Динар менән уртансылары Луиза уҡып, һөнәр алып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, кеселәре Лилиә Стәрле­тамаҡ ҡалаһында башҡорт лицейында белем ала.

– Әле лә бумала эшләү менән көн итәбеҙ, уның ярҙамында бала­ларҙы уҡыттыҡ, – ти Элиза Баязит ҡыҙы. – Май, июндә йүкә ағасын ҡырҡып, ҡабығын быуаға батыра­быҙ. Август аҙағы – сентябрь баштарына тиклем ул шунда ебеп ята. Шунан ҡабыҡтың эске яғын һыҙы­рып, киптерергә элеп ҡуябыҙ ҙа, бәләкәй өлөштәргә бүлгеләп, бумала эшләй башлайбыҙ. Шулай уҡ мунса өсөн йыуғыс та яһап була. Бумалаға ихтыяж әле лә ҙур. Төпкөлдәге бәләкәй ауылда эш булыуы халыҡ өсөн дә ҡулай.  

Йылына яҡынса ике-өс йөк машинаһы ҡабыҡты быуаға батыр­һалар, эшләнгән бумалалар һаны­ның иҫәбе юҡ. Быйыл, мәҫәлән, 20 меңләп бумала әҙерләгәндәр. Көҙҙән яҙға тиклем буш ваҡыт, ғәҙәттә, ошо эш менән үтә.

Тағы ла септә үрергә лә оҫта был ғаилә. Септә тирләп ҡайтҡан атҡа ябып ҡуйыу өсөн бик тә уңайлы. Шуныһы әһәмиәтле, төпкөл­дә лә хәҙер юлдар яҡшырҙы, техника күбәйә бара. Ваҡ-төйәк мәшә­ҡәткә лә ат егеп һирәгерәк йөрөй­ҙәр. Шуға ла бөгөнгө көндә септәне һораусылар ҙа күп түгел. Бары тик күргәҙмәләрҙә күрһәтеү маҡсаты менән генә һуғыла.

Кеше – тәбиғәт балаһы. Шуға ла уның тәбиғи әйберҙәргә ынтылыуы ғәжәп түгел. Мәҫәлән, хәҙерге заман материалдарынан ниндәй генә матур мунса йыуғыстары килеп сыҡмаһын, күптәр ябай йүкә­некенә өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ һа­рыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙең йәки быйманың, боронғо биҙәктәр менән ҡулдан һуғылған балаҫтар­ҙың да ҡәҙере арта. Ата-бабала­рыбыҙҙың боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалған Исмәғилевтәр кеүек ғаиләләр үткәндәр менән киләсәк араһында бәйләнеш булдыра, элекке йолаларыбыҙҙы күтәреүгә булышлыҡ итә.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Ишембай районы

Читайте нас