Йәмғиәт
19 Август 2022, 10:58

Өфө халҡын дауалай

Баш ҡалабыҙҙың Революция урамында урынлашҡан “Эмидент люкс” клиникаһында үҙ һөнәренең оҫталары тупланған татыу коллектив эшләй. Улар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Артур Сәхәүетдинов Өфө ҡа­ла­һында тыуып үҫкән. Бала саҡтан килгән хыялын тормошҡа ашырып, ул Башҡорт дәүләт университетында стоматолог-ортопед һөнәрен үҙләштереп эш башлаған. Һәм бына 15 йыл инде “Эмидент Люкс” клиникаһында эшен яратып баш­ҡара, өлкәндәрҙең тешен дауалай.

– Һөнәремде яратып башҡарам. Икенсе ерҙә эшләүемде күҙ алдына ла килтермәйем. Рәмил Хәйҙәр улы Мусин етәкләгән “Эмидент Люкс” клиникалар селтәре күп төр­лө һәм сифатлы хеҙмәтлән­дереү тәҡдим итеү менән айырылып тора. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде хөрмәт итәм. Уларҙың һәр береһе үҙ эше­нең оҫталары: Руслан Йәғә­фәров, Денис Климов, Эльдар Аҡ­сулпанов, Сафия Кәримова, Илнар Шаҙуллин, Илья Бобылев – оҙаҡ йылдар хеҙ­мәт иткән табиптар.

Әйтергә кәрәк, тиҙҙән “Эмидент Люкс” клиникалар селтәре “Стомекс”ҡа үҙгәртеләсәк, клиникаларҙа алтаҡталар алмаштырыласаҡ, – ти Артур Ринат улы. Стоматолог үҙен профессиональ кимәлдә камиллаштырыу өҫтөндә даими тырыша, һөнәре буйынса белемен камиллаштыра, яңылыҡты өйрә­неп, уны эшендә ҡуллана.

– Ябай ғына кәңәштәрҙе иҫтә ­тотоп, тештәрҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартып торғанда, ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатырға кәрәклеген онотмағанда, тештәрегеҙ һау була­саҡ, – тине ул һүҙен тамамлап. Ошон­дай белемле, иғтибарлы юғары квалификациялы белгестәр эшләгән клиникаларҙан, ысынлап та, халыҡ өҙөлмәй.

-  Г. СӘХИЕВА

 Өфө ҡалаһы

Читайте нас