

Финалда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсының зона этабында еңгән 108 кеше үҙ оҫталығын күрһәтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был этаптар Ауырғазы, Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө райондарында, шулай уҡ Күмертау ҡалаһында үтте.
Коммуналь хеҙмәттәр өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәре түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде: слесарь-сантехник, ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторы, электрик, иретеп йәбештереүсе, урам һепереүсе, тракторсы-машинист, шулай уҡ күркәмләндереү һәм йәшелләндереү оҫтаһы.
Быйыл республика конкурсы Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында үтте. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова тәбрикләне.
Конкурстың төп маҡсаты эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын һәм эшсе кешенең социаль статусын күтәреүгә, йәштәрҙе торлаҡ-коммуналь өлкәгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Бер уңайҙан ҡатнашыусылар үҙ-ара аралаша, һөнәри тәжрибә уртаҡлаша ла алды.
Конкурстың республика этабы ике турҙа барҙы. Беренсе турҙа теоретик белем һыналһа, икенсеһендә ғәмәли оҫталыҡ баһаланды. Конкурс комиссияһы эш технологияһын һәм сифатын, уларҙы тормошҡа ашырыу барышында хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәм нормаларын үтәүҙе, шулай уҡ бурысты үтәү ваҡытын да күҙәтте.
Бөтә ете номинацияла ла еңеүселәр билдәләнде, бынан тыш, ҡайһы бер ҡатнашыусылар наградалар һәм махсус премияларға лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының дипломдары, аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Сығанаҡ: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.