

Тәтешле районының Шулған ауылында йәшәгән хеҙмәт алдынғыһы Фәдис Солтангәрәев – механизаторҙар династияһының лайыҡлы дауамы. Уның атаһы ғына түгел, хатта өләсәһе лә һуғыш ваҡытында һәм унан һуңғы йылдарҙа тракторсы булып эшләгән.
Фәдис Фәйзелхаҡ улы әлеге көндә “Крупская” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хеҙмәт итә. Был осор – уның өсөн иң тынһығыҙ мәл. Эшкә яуаплы мөнәсәбәте арҡылы республика кимәлендә алдынғы механизатор тигән даны таралған. 2020 йылда уңыш йыйыуҙағы юғары һөҙөмтәләре өсөн “Туңға һөрөүҙә иң яҡшы механизатор” номинацияһында еңеү яулай һәм “Лада-Нива” автомобиле менән бүләкләнә. Эш күрһәткестәре буйынса ул конкурста тәүҙән үк алдынғылыҡҡа сыға. Иртә таңдан ҡараңғыға тиклем эшләһә лә, бер ауырһынмай, барлығы 2300 гектарҙан ашыу ер һөрөүгә өлгәшә.
– Алда килгәнемде белгәс, эшкә сәм тағы ла артты. Шулай тырышлыҡты күреп, автомобиль менән бүләкләүҙәре һөйөнөслө, – ти ул, ихлас йылмайып.
Фәдис Фәйзелхаҡ улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Армияға киткәнсә үк комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөй. Атаһының тракторсы булыуы ла уға ғүмергә механизатор һөнәренә тоғро ҡалырға булышлыҡ итә.
– Бәләкәй саҡта тракторҙа атай эргәһенә ултырып йөрөй торғайным, техникаға ҡыҙыҡһыныу шунан килә, – ти әңгәмәсем.
Хеҙмәт юлын башлауына ла хәҙер 20 йылдан ашыу ваҡыт үткән.
Эш еңел түгел. Таңдан алып ҡараңғы кискә тиклем баҫыуҙа тир түкһә лә, ауыл кешеһе зарланып өйрәнмәгән, хеҙмәтенән тәм табып йәшәй белә.
Күрше ауылдан кәләш алып, ҡатыны Алина менән бергәләп әлеге көндә дүрт бала үҫтерәләр: Фиданға 14 йәш булһа, Дианаға – 12, Искәндәргә – һигеҙ, Әлмираға – бер йәш. Ауыл ғаиләһе булараҡ дәүләттән субсидия ярҙамы алып, күркәм йорт һалғандар. Өйҙә атай абруйы ҙур – улдарының уға оҡшарға тырышып үҫеүҙәрендә лә был сағылмай ҡалмай.
– Атайым үҙе лә тырыш, беҙҙе лә хеҙмәткә өйрәтә. Төҙөгәндә лә, йорт-ҡуралағы башҡа эштәрҙә лә уға ярҙам итәм, – ти улы Фидан.
– Күп ваҡыты эштә үткәс, балалар уның ҡайтҡанын һағынып көтөп ала. Ирем – улдары өсөн яҡшы өлгө, уға ҡарап үҫәләр, – тине ҡатыны Алина, тормошонан ҡәнәғәт булғанын белдереп.
Мал-тыуарҙары ла байтаҡ, баҡсалары ла гөрләп үҫеп ултыра, хәстәрлекле хужалар бесәнде лә йәһәтләп әҙерләп ҡуйған. Үҙҙәренең техникаһы булыуы ла был эштә ҙур ярҙам. “Үҙем сабам, йыям, төрәм. Хәҙер бар нәмә техника менән эшләнә. Быйыл бесән дә бик мул булды”, – ти Фәдис Солтангәрәев.
Фәдистең атаһы – механизаторҙар династияһының оло быуын вәкиле Фәйзелхаҡ Лотфирахман улы менән дә күрештек. Ул да, ауылынан ситкә китмәй, 39 йыл тракторҙа эшләгән. Әйткәндәй, ике улы ла механизатор һөнәрен һайлаған.
Үҙенең баҫыуҙа хеҙмәт иткән йылдарын ҙур йылылыҡ менән иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәйзелхаҡ ағай.
Армиянан ҡайтҡас та тракторға ултырғайным, пенсияға сыҡҡансы ошо эште башҡарҙым. Тырматыуҙан башлап, культивациялау, сәсеү, туңға һөрөү кеүек саралар – береһе лә ҡалманы. Улдарымдың минең юлды һайлағандарына ла шатланам. Бәләкәйҙән эргәмдә техника ремонтлашып, майға “батып” үҫтеләр. Хәҙер техника заманса, кабиналарында кондиционер ҙа бар, бындай шарттарҙа хатта галстук тағып эшләргә була, – тип шаяртып та алды.
Хеҙмәт алдынғыһы менән һөйләшкәндә механизаторҙар нәҫеленә бәйле тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белдек. Фәйзелхаҡ ағайҙың әсәһе лә һуғыш йылдарында тракторсы булып эшләгән, ҡатын-ҡыҙмын тип тормаған, 1940 йылдан алып 1955 йылға тиклем ошо ауыр хеҙмәтте башҡарған. Һуғыш осоронда ирҙәр эшен башҡарғанда һынатмаған әсәләре вариҫтарына матур хеҙмәт өлгөһө ҡалдырған.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Тәтешле районы