Йәмғиәт
19 Августа 2022, 11:19

Математик булһа ла, күңеленән моң түгелә

Теүәл фәндәрҙән уҡытҡан замандашыбыҙҙың ижади күңеле.

Нәсимә Әминеваның шәхси архивынан.Нәсимә Әминеваның шәхси архивынан.
Фото:Нәсимә Әминеваның шәхси архивынан.

Ишембай ҡалаһында йәшәгән үҙешмәкәр композитор, шағирә Нәсимә Әминеваны яҡташтары күңелгә ятышлы моңло йырҙары, уйландырырлыҡ шиғырҙары аша белә. Район, ҡалала ойошторолған төрлө сараларҙа ла йырҙары йыш яңғырай, ижад кисәләре лә үткәрелеп тора. Улай ғына түгел, Ишембай талантының йырҙары республикабыҙҙың билдәле йырсыларының репертуарына ла ингән. Әлеге көндә үҙе һүҙен дә, көйөн дә ижад иткән йырҙарының һаны 30-ҙан арта. Олоғая төшкәс, өлгөрөп, көттөрөп кенә яҙа башлағанғамы,   һәр береһе күңелгә ятышлы, тәбиғи, тыңлаған һайын тыңлағы килеп тора.

 

­­– Нәсимә Ғилметдин ҡыҙы, күңе­ле­геҙҙең моңға тартылғанын ҡасан тойҙоғоҙ? Нисек тыуа ул күңелегеҙ­ҙә йырҙар?

­­– Йәш ваҡытта йыр, шиғыр яҙыр­мын  тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. 50 йәшкә етә баш­лағас, нисектер донъя үҙе ҡәләм тотторҙо. Тәүҙә оялып, бер кемгә лә күрһәтмәй генә ижад иттем, күп йылдар тормош иптәшемә генә уҡый торғайным. Балалар үҫеп сы­ғып киткәс, бергә йәшәгән ҡайным  менән ҡәйнәм мәрхүм булғас, ва­ҡыт иркенәйҙе, ныҡлап шиғырҙар яҙа башланым. Уларға эйәреп көйҙәр тыуҙы. Күңелем тулы моң булған икән.  Иң беренсе “Аҡ болотом” тигән  йырҙы ҙур сәхнәгә билдәле йырсы, Ишембай егете  Илшат Яппаров сығарҙы.  Уның көйө лә, һүҙҙәре лә үҙемдеке.  Лилиә Ишемйәрова  “Бәхетле бул”, “Рәхмәтле бул Аллаға” тигән ике йырымды  тамашасыларға еткер­гәс, үҙемә ышаныс тағы ла артты. Һуңғыһы Фәнәүис Дәүләтбаев һүҙҙәренә яҙылған.

Бер нисә тапҡыр Ишембай йырсылары менән ҙур итеп концерт әҙерләп күрһәттек. Халыҡ бик яратып, йылы  ҡабул итте. Шул ваҡыт­та күңелемде үҫтереп ебәргәндәре өсөн  ишембайҙарға  рәхмәтем сикһеҙ.

Һәләтемде баһалап, дәрт өҫтәп торған дуҫтарым, яҡындарым менән дә бәхетлемен. Иң аҙаҡ яҙыл­ған шиғырҙар шәлкемемде дуҫтарым Санкт-Петербург ҡала­һын­да китап итеп баҫтырҙы. “Тормош – йылға” тип аталған был йы­йынтыҡҡа  60-лап шиғырым ингән. Был да күңелемде ҡанатлан­дырҙы, көтөлмәгән сюрприз булды.  Уға ҡәҙәр тормош иптәшем Шәүҡәт Ғәҙелша улы менән “Көҙгө моң” тигән китапты  үҙебеҙ нәшер иткәйнек, уны  дуҫтарға, туғандарға таратып бөттөк. Әле һуңғы арала ғына, һаулығым ҡаҡшап тороу сәбәпле, ҡәләмде ҡулыма һирәк алам.

Көй йәки шиғыр яҙайым әле тип махсус барып ултырмайым. Ул үҙенән-үҙе күңелгә килә. Һәр шиғыр үҙенең моңо менән  сыға. Хатта икенсе авторҙарҙыҡын уҡығанда ла күңелдә көй барлыҡҡа килә. Хәҙер 300-ләп шиғырым бар, 100-гә яҡын көй ижад иттем.

 

­­– Үҙегеҙ ниндәй һөнәр кеше­һе? Ижадҡа тиклемге тормош юлығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.

– Үҙем Ҡыйғы районы ҡыҙымын. Ишембайға килен булып төшөп, унда ғүмер иткәнемә лә хәҙер ярты быуатлап ваҡыт үткән. Бала саҡта әсәйем һәр ваҡыт: “Уҡығыҙ! Кеше булығыҙ!” – тип әйтә торғайны. Ниндәйҙер һөнәр эйәһе булам тип хыялланғаным хәтерҙә түгел. Шулай ҙа урта кластарҙа уҡығанда ауыл сәхнәһенән төшмәй инем, шиғыр һөйләргә яраттым, үҙебеҙ­ҙең бәләкәй генә ансамблдә бейей ҙә инем.

Ә йыр-моңға һөйөү үҙем үҫкән ғаиләлә тәрбиәләнгәндер, тим. Атайым матур итеп гармунда уйнаны, йырланы, ә әсәйем мандолина сиртте. Сәхнәлә уйнап йөрөмә­неләр, ваҡыттары ла булмағандыр, ләкин өйөбөҙҙә музыка йыш яңғыраны. Шуға күңелемдең моңло булыуы ғәжәп  түгел.

Ауыл ерендә иң хөрмәтле һө­нәр­ҙәр уҡытыусы, табип бит инде. Уҡытыусы булып китеүемдә әсәйемдең “Уҡырға кәрәк” тип үҫтереүе лә булышлыҡ иткәндер. Тап ошо һөнәргә өҫтөнлөк биреүем буласаҡ тормош иптәшем менән дә бәйле. Беҙ танышҡанда ул Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлағайны. Миңә лә юғары уҡыу йортонда уҡырға кәңәш итте. Мәктәптә  физика һәм математика предметтарын яратҡас, оҙаҡ уйлап торманым,  Башҡорт дәүләт педагогия университетына индем. Шәүҡәткә тормошҡа сыҡҡас, Стәр­летамаҡ­тағы педагогия институтында уҡыуымды тамамлап ҡуй­ҙым. Тормош иптәшемә эшкә юлламаны Ишембайға биргәйнеләр. Уҡыуы еңел генә булмаһа ла,  эшемде бик яратып башҡарҙым.

 

­­– Ижад һеҙгә тормошта йәшәү көсө өҫтәйме?

– Ысынлап та, ижад, йыр-моң һынауҙарҙы еңергә ярҙам итәлер тип уйлайым. Үҙем 50  йәштәрҙә ҡаты итеп ауырыным. Шул ауыр ваҡыттарымда бер әхирәтем мине көсләп тигәндәй ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә алып килде. “Кешеләр менән аралашып,  күңелең асылып китер”, – тине ул. Ана шул йыр-моң, ижад миңә аяҡҡа баҫырға көс биргәндер, тим.

 

­­– ­Тормош һәр кешене эреле-ваҡлы ауырлыҡтары менән һынай. Уларҙы еңер өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?

– Донъя булғас, бар кешегә лә шатлығы ла, ҡайғыһы ла килә. Шуларҙы күтәрә, үҙеңде тота белеүҙә күренә беҙҙең көсөбөҙ. Һәр  кешенең – үҙ яҙмышы. Ни эшләп минеке килеп сыҡманы әле, тип үҙеңдең йөрәгеңде бөтөрөргә  түгел. Бөгөн бәхетһеҙ һымаҡ тойолһаң да, иртәгәһенә һине бәхет көтөп тороуы мөмкин.

 

­­– Ҡатын-ҡыҙ бәхетен нимәлә күрәһегеҙ?

– Яныңда ышаныслы кешең булыуы, балаларҙың иҫәнлеге, ғаилә­нең именлеге, өйҙәге тыныслыҡ – ошоларҙа ҡатын-ҡыҙ бәхете. Өйҙә ғауға икән, эшең менән генә бәхетле була алмайһың. Бөгөнгө йәш гүзәл заттарға һәр нәмәне уйлап эш итергә, ашыҡмаҫҡа, түҙемле булырға кәңәш бирер инем. Был тормошта һәр кешенең үҙ холҡо: берәүҙәр үтә  сабыр, бик оҙаҡ уйлағандан һуң ҡарарға килә, икенселәр дыуамал – тиҙ генә уйлап  хәл итеп ҡуя. Минең фекерем­сә, алтын урталыҡты тота белергә кәрәк. Шулай ҙа заман йәштәренә күп ваҡыт  һоҡланып ҡарайым – уларҙың белемле, ҡыйыу булыу­ҙары,  бер эштән дә ҡурҡмауҙары хөрмәт уята.  Йәш ғаиләләргә тағы ла бер кәңәш бирер инем – балаларының һәләттәрен бәләкәй­ҙән үк тойоп, һөнәр һайлағанда  уларға ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирһендәр ине.  

– Нәсимә апай, үҙегеҙҙең балалар араһында музыкаға тартылыусылар бармы? Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.

– Тормош иптәшем менән  51  йыл йәшәп, ике ул үҫтерҙек. Өлкәне меди­цина юлынан китте, кесеһе физика-математика йүнәлеше буйынса белем алһа ла, унда ла йырҙар яҙыу һәләте бар. Күп йылдар ҡайны-ҡәйнә менән бергә йәшәнем. Тормош көткәндә улар­ҙың кәңәшенә лә таяндыҡ. Ирем менән  оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүҙең сере  –  бер-беребеҙгә юл ҡуя белеүҙә. Шулай, тормош үҙе һәммәбеҙҙе лә йәшәргә, ауырлыҡ­тарҙан һынмаҫҡа өйрәтә.

 

­­– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә йырҙарығыҙ тын­маһын.

-  Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Урын бир һин уға түреңдән!

Был донъяның бөтә матурлығы

Изге теләк теләп төҙөлгән.

Мөхәббәт ул Хоҙай тарафынан

Беҙгә бүләк итеп бирелгән!

 Һөйөү булһа, ерҙә гөлдәр үҫә,

Ҡоштар һайрай яҙғы тирәктән.

Упҡындарҙан һине тартып ала,

Әгәр булһа һөйөү йөрәктән!

Һөйөү ҡушһаң,

бешкән аштар тәмле

Тормош йәмле, йәшәү күңелле.

Иркә һүҙгә күңел сәскә ата,

Еңә һөйөү ҡайсаҡ үлемде!

Мөхәббәт ул Хоҙай тарафынан

Һөйә белгәндәргә бирелгән!

Тәҙрә сиртһә көтмәгәндә килеп,

Урын бир һин уға түреңдән!

Нәсимә ӘМИНЕВА

Читайте нас