Йәмғиәт
19 Август 2022, 11:04

Орденлы механизатор һаман сафта

90 йәштә гәзит тә уҡый, гармунда ла һыҙҙыра.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Асҡын районы  Упҡанкүл ауылынан Суфиәхмәт Исраев  үҫмер генә килеш һуғыш ауырлыҡтарын кисергән хөрмәткә лайыҡлы быуындың бер вәкиле – хәҙер инде 90 йәшкә етһә лә, ул саҡтағы ауырлыҡтарҙы онотмаған. Шуға ла һәр көнгә рәхмәт әйтеп, риза булып йәшәй белә.

Ул осор балаларына еңел булмаған. Суфиәхмәт Исраев та бала саҡ тәмен тойоп өлгөрмәй, 11 йәшенән колхозға эшкә егелә.

– Ат менән ер тырмата инем. Малға ҡамыт кейҙерергә буй етмәй торғайны. Һуғыш ваҡытында эш арыу эләкте инде, – тип хәтергә алды ул.

Хеҙмәт юлын “Интернационал” колхозында башлаһа, артабан хужалыҡ “Родина”ға үҙгәртелә, һуңынан XXII партсъезд исе­мендәге колхоз булып китә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен алдынғы механизатор итеп таныта әңгәмәсем.  Суфиәхмәт олатайҙың  ярты быуатҡа яҡын хеҙмәт стажы булһа, ете  йылы шахтала үтә.

Хеҙмәт йылдарын хәҙер хәтер­ләргә генә ҡалған. “17 комбайнсы араһында гел беренселекте ала инем”, – тип иҫкә төшөрҙө ураҡ эштәрендә алдынғылыҡты бирмә­гән ялан батыры.Тырышлығы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән баһалана.

– Атайыбыҙ ғүмер буйы эшләне. Уны күрмәй ҙә ҡала инек, иртүк эшкә сығып китә торғайны, – ти Суфиәхмәт олатайҙың ҡыҙҙары.

Эргәһендә таяныр ғаиләһе булғанға ла, ул үҙенең хеҙмәтен бирелеп, яратып башҡара.

Тормош иптәше менән 53 йыл бергә татыу ғүмер итәләр, биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Үкенескә ҡаршы, ҡатыны яҡты донъяларҙа юҡ инде. Бөгөн тыл ветераны балаларының хәстәрендә ғүмер итә. Өсәүһе ситтә йәшәһә, икәүһе ауылда төпләнгән.

Бөгөнгөһө менән дә ҡәнәғәт тыл ветераны. Олоғайҙым тип күңел­һеҙ­ләнеп ултырмай. 90 йәштә лә гәзит алдыра. Уны хатта икешәр ҡабат уҡып сыға. Ҡайһы ваҡыт ҡулына тальян гармунын алып, йәшлек йырҙарын башҡарып,  йөрәгенә ял бирә.

Донъялар имен булһын, балалар матур йәшәһен, – тыл хеҙмәт­сәненең иң ҙур теләге ошо.

Хеҙмәт батыры менән ихлас аралаштыҡ. Беҙгә лә гармунда йырлап  ишеттерҙе, бейеү көйҙәрен дә теҙҙе. Оҙаҡ ваҡыт һөйләшергә тура килмәһә лә, был йорттан әллә күпме ыңғай тәьҫораттар алып сыҡтыҡ.

 

- Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Асҡын районы

Читайте нас