Йәмғиәт
19 Август 2022, 10:56

Уҡыу алдынғыһы, спортсы, ил һаҡсыһы

Илнар Ғиззәтуллин – шундайҙарҙан.

Илебеҙҙең именлеге һәм халҡыбыҙҙың тыныс тормошо, һүҙ ҙә юҡ, һалдаттарыбыҙҙың уяулығына туранан-тура бәйле. Ватан һаҡсылары араһында илһөйәр Илнар Ғиззәтуллин да бар.

Яҡташыбыҙ күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Абруйлы уҡытыусы һөнәрен һайлаған әсәһе менән ауыл хужалығы техникумын тамам­лап, төрлө хужалыҡ эштәрендә йө­рөгән атаһы балаларында тыу­ған төйәгенә, хеҙмәткә оло һөйөү тәр­биә­ләгән, һәр эшкә күңел һалып то­тонорға һәм уны аҙағынаса баш­ҡарып сығырға, үҙҙәренең миҫа­лын­да киләсәккә ҙур маҡсат­тар ҡуя белергә өйрәткән.

Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған Илнар Ғиззәтуллин әйтеүенсә, ул бәләкәйҙән ғәзиз ке­шеләренән һәм уҡытыусыла­рынан тырышлыҡ, сәмселлек кеүек сифат­тарҙы үҙләштергән. Был артабанғы тормошта ныҡ ярҙам иткән. 

Хәйер, бер туғандары – апаһы Розалина менән һеңлеһе Илзидә араһында үҫкәнгәме, әллә ата-әсә­һенең күркәм тәрбиәһе һөҙөм­тә­һеме, малай бәләкәйҙән хәстәрлек­ле, ҡатын-ҡыҙ затына ихтирамлы булып буй еткерә. Йорт-ҡура эш­тәрендә яҡындарының алмаштыр­ғыһыҙ ярҙамсыһына әйләнә, ауыр эштәргә ҡыҙ туғандарының ҡулын да тейҙермәй.

Аҫҡар урта мәктәбендә белем алғас, үҫмер сит тарафтарға юлла­на. Быға хәтлем белмәгән-күр­мәгән Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжына уҡырға инә. Мәғлүм булыуын­са, ауыл балаларына ҙур ҡала­ларға өйрәнеп, нығынып йәшәп алып китеү бер ҙә еңелдән түгел. Ҡайһы берәүҙәрҙең, физик һәм психологик баҫымға түҙә алмайынса, юғалып ҡалыуы ла ихтимал.

Юғалып ҡалыу тигәндән, Илнар­ҙың, ҡайҙа ғына булһаң да, үҙеңде һәр саҡ көслө итеп күрһәтә белеү мөһим, тип әйткәне оҡшаны. Бөр­йән егете мәктәптә булһынмы, колледжда тиһеңме, хеҙмәт иткән урынындамы – бер ҡасан да үҙен йәберләргә юл ҡуймаған. 

Һәр ерҙә лә тик үҙеңә генә ыша­нырға кәрәклекте бәләкәйҙән тө­шөнөп үҫкәнгә, белем эстәү менән бер рәттән, үҙен физик яҡтан да үҫтереүҙе төп маҡсаттарының береһе итеп ҡуя егет. Был йәһәттән ул уҡыу йортондағы һәм ҡалалағы төрлө спорт секцияларына яҙыла. Бигерәк тә кикбоксинг күңеленә ята һәм уның менән етди шөғөл­ләнә башлай. Ҡара тырышлығы һәм ныҡышмаллығы арҡаһында ул ҡала, хатта республика күлә­мендә үткән ярыштарҙа йыш ҡат­наша. Бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһап, тәүге урындарҙы яулауға өлгәшә. Был хаҡта спортсының күп почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙ­ҙары һөйләй. Миҫал итеп ошоно ғына ла килтерергә мөмкин – ул ике йыл рәттән (2018, 2019 йылдар) кикбоксинг буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған беренселектә         I урынды яулай. 2020 йылда иһә Кикбоксинг буйынса асыҡ турнирҙа Илнур Илшат улы йәнә I урынға лайыҡ була. ГТО нормативтары буйынса ла егеттең физик әҙерлеге юғары баһалана: тәүҙә – көмөш, аҙаҡтан алтын билдә тапшырыла. Әйткәндәй, 2019 йылда Илнар Ғиззәтуллин “Рәсәйҙең спорт мастеры” тигән юғары исемгә лайыҡ була.

“Был студент уҡыу урынына ярыштан ярышҡа ғына йөрөгән икән”, тип уйлаусылар ҙа барҙыр, әммә был улай түгел. Яҡташыбыҙ уҡыуға ла бик етди ҡарай. Белем усағында Илнар “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшеп, “ауыл хужалығы мастеры” һөнәрен үҙләштерә. Бергә уҡыған иптәштәре менән дә уртаҡ телде тиҙ табып, ярҙамсыллығы, изге күңеллелеге өсөн ҙур хөрмәт ҡаҙана егет.

Эсмәгән, тартмаған, ара боҙоп йөрөмәгән, физик һәм рухи яҡтан көслө Илнар Ғиззәтуллиндың Рәсәй гвардия сафына эләгеүе юҡтан түгел. Росгвардияға төрлө яҡтан тикшереү үткәндән һуң ғына алғандарын яҡшы беләбеҙ.

– “Егетлек бүрек кейеүҙә түгел, ә батырлыҡта” тип атайым йыш ҡабатларға яратты, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Уға тәүҙә әллә ни иғтибар итмәһәм дә, әле ни тиклем тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәр икәнен аңлайым. Тиҫтерҙәремдең барыһы ла тиерлек әрме хеҙмәтендә булды, тимәк, уларҙа патриотизм ныҡ көслө, Ватаныбыҙ өсөн ғүмерен бирергә лә әҙерҙәр. “Рәсәй бөйөк, беҙҙең илебеҙ бүтәндәрҙән бер ҙә кәм түгел, бындай илдә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ”, тигән яҡын дуҫтарымдың фекерен мин дә хуп­лайым. 

Тормошта үҙ һүҙе, донъяға үҙ ҡарашы булған, физик яҡтан да, рухи яҡтан да өлгөргән ошондай егеттәр барҙа киләсәгебеҙ яҡты ла, ышаныслы ла, шулай уҡ йәшә­йешебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булырына тамсы ла шик юҡ.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ

 Бөрйән районы

Читайте нас