

Мәләүез районының Смаҡ ауылында үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы мәлендә Ужа йылғаһы буйы гөрләп торҙо. Һәр урам ҡаҙан аҫып, һарыҡ ите бешерҙе. Самауырҙары шыжлап ултырҙы. Сәхнәлә һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны. Һыйҙан, милли аштарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Ҡул эштәренән күргәҙмәләр күҙ яуын алды. Байрам уҙған яланда рәссам, һәүәҫкәр композитор, йырсы Фәнил Яманаевтың картиналары урынлашҡайны.
Ауылдың тарихы
Ауылдың тарихы тураһында миңә күренекле журналист Тәлғәт Шаһманов һөйләп бирҙе: “Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдарының тарихы” китабында күп мәғлүмәттәр таптым. Халыҡтан да белешеп яҙып алдым”.
Смаҡ ауылы XVIII быуаттың 40-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Уға нигеҙҙе Тамъян улысы аҫабаһы Смаҡ Ҡасаев һалған, тигән фараз бар. Исеме Нуғай юлы кешеләренең Яйыҡ, Һаҡмар, Ағиҙел, Туғыҙтимер, Ҡарғалы, Һуйылмыш, Юшатыр, Ыҡ буйҙарындағы мәғдән сыҡҡан ерҙәрҙе заводсылар Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһында 1754 йылғы килешеүгә ҡул ҡуйыусылар араһында осрай. 1756 йылда Тамъян улысы Воскресенск заводында уның тирәһендәге Тор йылғаһынан Ағиҙел һәм Нөгөшкә, йәғни Ҡыпсаҡ һәм Юрматы ерҙәре сигенә тиклем араны, 55 һумға һатҡан. Килешеүгә улыстың ышаныслы кешеһе тип һайланған Смаҡ Ҡасаев ҡултамға ҡуйған. Нуғай юлының башҡа вәкилдәре менән бергә игенселекте киңерәк йәйелдереү шарттары тураһында Ырымбур губернаторына яҙған хатта ла уның тамғаһы бар. Смаҡтың улы Әзебай (1773 – 1839 йй.) зауряд – йөҙ башы булып хеҙмәт иткән. Әйүп, Әбделмәннән, Әбделвәхит исемле улдары булған. 1795 йылғы V ревизияла Смаҡта 29 йорт булған, 208 кеше йәшәгән, VIII ревизияла халҡы 56-ға кәмегән.
1816 йылда башҡа Тамъян ырыуы ауылдары араһында булмаһа ла, 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 122 кеше йәшәгән 18 йортло Исламғол ауылын теркәгән. Уға Смаҡтан айырылып сығыусылар нигеҙ һалған, тиергә ныҡлы ышаныс бар.
Смаҡ ауылын шул тирә урыҫтары Бириково тип йөрөтә. Ә тирә-яҡ башҡорттарында Тамъян исеме менән билдәле. Смаҡ Ҡасаевтың нигеҙ һалыуы тураһында фекер йәшәһә лә, дөрөҫлөккә оҡшаған башҡа варианттар ҙа бар. Иҙел-Нөгөш тамъяндары шәжәрәһендә Исмаҡ (Смаҡ) һәм Ҡасай исемдәре осрай. Ҡасайҙың бер улы Аҡманай булған. Шәжәрәлә күрһәтелгән Исмаҡ (Смаҡ) – Муса Һөйәровтың улы. Ул да ауылға нигеҙ һалыусы булырға мөмкин. Исмаҡтың (Смаҡ) өс улының береһе Исламғол булған.
Бирек атамаһына килгәндә, ул ауыл Павел Рычковтың 1755 йылғы картаһында билдәләнгән. Нигеҙ һалыусының исеме Бирек булған, тигән фараз да бар. Өс улы – Айыт, Сәйет, Юлдаш билдәле. Улар 1756 йылдың 25 июлендә башҡалар менән бергә заводсы Иван Твердышевҡа купчий ҡағыҙын биргән.
1859 йылда Смаҡ ауылында 33 йортта 213 кеше йәшәгән. 1920 йылға йорт һаны 69-ға, кеше һаны 257-гә еткән. 1842 йылда 152 кешегә 200 бот ужым, 464 бот яҙғы иген сәскәндәр. Бөтәһе 238 баш йылҡы малы, 448 баш һыйыр малы, 461 баш һарыҡ, 25 баш кәзә һәм 25 баш умарта иҫәпләнгән.
Смаҡтың бөгөнгөһө
Смаҡ бөгөн – гөрләп торған төҙөк, күркәм ауыл. Халыҡ “Нөгөш” йәмғиәтендә эшләй, иген, йәшелсә үҫтерә. Яҡташтары ошо бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫкән яҙыусы Динис Бүләков, ауыл хужалығы фәндәре докторы Зиннур Бикбулатов, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов, атомсы-ғалим Ирек Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева, тарих фәндәре докторы Усман Ғайсин, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, композитор Юлай Үҙәнбаев, үҙешмәкәр композитор, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаҡов менән ғорурлана. Беренсе башҡорт Хөкүмәтенең мәғариф министры Муса Смаҡовтың исемен халыҡ ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы Смаҡ ерендә тәпәй баҫып, буй еткергән, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарға таралышҡандар менән тыуған нигеҙҙе һаҡлап, ауылда донъя көткән кешеләрҙе күрештерҙе, улар балалыҡ, йәшлек йылдарын һағынып иҫкә алды, татлы ла, һағышлы ла тойғоларға бирелде.
Байрамда Салауат Юлаев ордены кавалеры, ауылдың тәүге почетлы гражданы, “Сәғирә” мәсетенә нигеҙ һалған Закир Бикбулатов һәм уның тормош иптәше Нажиә ханым, Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әнисә Яхина, ғалим, тарих фәндәре докторы Усман Ғайсин, тарих фәндәре кандидаты Рәйлә Бикбаева, филология фәндәре кандидаты Гөлнара Басирова, билдәле журналист Тәлғәт Шаһманов һәм башҡалар ҡәҙерле ҡунаҡ булды.
Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов: “Тамъян (Смаҡ) ауылында бөгөн 150-ләп йортта 500-гә яҡын кеше йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, Динис Бүләков музейы, китапхана уңышлы эшләп килә. Ерҙе урындағы фермерҙар Руслан Әлимғужин, Фәнис Ибраһимов, Самат Мәҡсүтов эшкәртә. Эштәре уңышлы бара. Ауылда йәштәр ҡала, балалар үҫтерер өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Йәштәр булғас, ауылдың киләсәге лә бар, тигән һүҙ”, – тип билдәләне.
Лайыҡлылар билдәләнде
Сара барышында оло быуын вәкилдәренә ҙур ихтирам күрһәтелде. Байрамдың “Ауылдың иң оло кешеһе” номинацияһына 95 йәшлек юбилейын билдәләгән ағинәй Флүрә Фәйзуллина, 90 йәшлек Шамил Әбдрәшитов менән Мәреүәр Абдуллина лайыҡ булды.
Мәләүез районы хакимиәте башлығының йылы сәләмләү һүҙҙәрен район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова халыҡҡа еткереп, ауыл старостаһы Әхәт Иманғоловты, депутат Азамат Хөсәйеновты, Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Эльза Татлыбаеваны Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтовҡа, ауыл китапханаһы мөдире Зәлиә Байгилдинаға, мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлиә Йәнбирҙинаға, “Смаҡ” китабы авторы Ришат Әсмәндиәровҡа Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Байрамда “Ауылдың иң кескәй гражданы” номинацияһында еңеүселәр ҙә тәбрикләнде. “Ауылым патриоты” исемен Арыҫлан ауыл советы кураторы, район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы Илмира Фәйзуллина яуланы. “Ауылдың почетлы гражданы” исеме Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Татлыбаеваға бирелде. “Ауылым ғорурлығы һәм даны” номинацияһында Рәсәй чемпиондарын әҙерләгән юғары категориялы тренер Илмир Юлмөхәмәтов, Динис Бүләков исемендәге мәктәптең “Нөгөш ынйылары” өлгөлө фольклор төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова һәм Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Фәнил Яманаев билдәләнде.
“Өлгөлө йорт”, “Өлгөлө урам” ярыштарында еңеүселәр ҙә бик ғәҙел һайланды, һәр кемдең күңеле булды. Яҡташтар осрашыуы төрлө уйындар, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Кисен яланды Өфөнән килгән билдәле артистар Сәйет Билалов менән Марсель Ҡотоевтың моңло йырҙары биҙәне.
- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Мәләүез районы