

Горчаки ауылынан Рият Тимеровтың исемен районыбыҙҙа “Берҡаҙан” ҡурайсылар ансамбленең алмаштырғыһыҙ етәксеһе булараҡ беләләр, ләкин ул профессиональ ҡурайсы ғына түгел, урындағы “Кулибин” да – үҙ ҡулдары менән иҫ киткес әйберҙәр яһай.
Бер нисә йыл элек ул үҙенең ер биләмәһендә картуф ултыртыу эшен еңелләштерергә ҡарар иткән һәм бының өсөн махсус сәсеү яйланмаһы эшләгән. Ҡулдан эшләнгән механизм бер нисә кешене алмаштыра. Ике яҡҡа ҡуйылған ике торбанан картуф бүлбеләре һалына бара. Ошо ҡорамалды яһағаны бирле хәҙер улар был эште ҡатыны менән икәү генә башҡара. “Картуф ултыртыу беҙҙең өсөн һис бер ауырлыҡ талап итмәгән, киреһенсә, саф һауала күңелгә ҡәнәғәтлек биргән хеҙмәткә әйләнде”, – ти оҫта. Үҙҙәренең баҡсаларында эште тамамлағандан һуң, Рият Тимеров дуҫтарына, туғандарына “икенсе икмәк” ултыртырға ярҙам итергә ашыға. Хужа быларҙың барыһын да иҫәптән төшөрөлгән машиналарҙан, тракторҙарҙан, металл һыныҡтарынан йыйып алған. Ҡайһы бер деталдәрҙе реставрациялаған, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарған, ә токарь ҡатнашлығы талап ителгәндә дуҫы ярҙамға килгән. Трактор йыйыу уйы тыуғас, бының өсөн махсус рәүештә “Ока” һәм “Газ-69” автомобилдәрен һатып ала. “Тимер ат”тарҙың нигеҙен ошо машиналарҙың деталдәре тәшкил итә. Туғандары һәм бихисап дуҫтары ла теге йәки был запас часты табырға ярҙам иткән. Оҫта уларға рәхмәт әйтә. Машина эшләү еңел түгел, күп хеҙмәт, түҙемлек, тырышлыҡ, белем талап ителә, сөнки бында төрлө техниканан йыйылған айырым тимер киҫәктәре тотош агрегатҡа берләштерелә. Тәгәрмәс эҙҙәренең киңлеген, хәрәкәт тиҙлеген билдәләү өсөн аныҡ иҫәпләүҙәр башҡарырға кәрәк. Картуф ултыртыу яйланмаһынан тыш, Рият Хәмиҙулла улы ерҙе йомшартҡыс, картуф ҡаҙыу ҡорамалы, тейәгес (бәләкәй кун), утын ярғыс, тупраҡ киҫкес яһай. Яҙғыһын ошо рәүешле Тимеровтар ғаиләһе картуф ултырта, бер-ике айҙан рәт араларын эшкәртә. Бәләкәй тракторҙа шәхси хужалыҡта башҡа эштәрҙе башҡарыу өсөн дә бынамын тигән ярҙамсы.
– Был – минең үҙ ҡулдарым менән йыйған икенсе тракторым, – ти ул, ихата уртаһында торған бәләкәй тракторҙы күрһәтеп, – беренсеһен бынан өс-дүрт йыл элек эшләгәйнем. Үҙ ҡулың менән яһалған техника бәләкәй габаритлы, ҡеүәте буйынса ла завод техникаһы менән сағыштырырлыҡ түгел, әлбиттә. Әммә шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бик тә кәрәкле техника. Тәүҙә схемаһын эшләнем, оҙаҡ уйландым, ни тиһәң дә, конструкция еңелдән түгел бит. Запчастарҙы һәм кәрәкле деталдәрҙе дуҫтар, таныштар килтерҙе. Мәҫәлән, ҡайҙалыр сылбырҙы ҡыҫҡартырға, ҡайҙалыр тимерҙе бөгөргә, теге йәки был деталдең артыҡ сантиметрҙарын киҫергә кәрәк. Ә йыйыр өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә. Һәр деталь өҫтөндә, хатта бәләкәй генә шөрөпкә тиклем, ентекле уйланырға кәрәк. Был шөғөл – күңел өсөн, йыя башлаһаң, һөҙөмтәһен күрер өсөн тиҙерәк тамамлағы килә.
Һөйләшеүҙән һуң Рият Хәмиҙулла улы үҙенең тракторын ҡабыҙып күрһәтте – сәғәт кеүек текелдәп эшләй. Ә яҡын киләсәктә ауыл оҫтаһы һабаҡ ҡырҡҡыс (мульчир) ҡорорға ниәтләй.
- Әлиә УРАҘБАХТИНА
Дәүләкән районы