

Бөгөнгө геройым – Балтас районында күп кеше танып белгән хеҙмәт ветераны, дин юлынан атлаған, ғәйәт бай биографиялы Риф Илебаев. Яҙмыш һынауҙары уны һындырмаған.
Бынан нәҡ 80 йыл элек, 1942 йылдың 26 майында Яңы Ямурҙа ауылында ете балалы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә ул. Яңы Ямурҙа башланғыс, Иштирәк ете йыллыҡ мәктәптәрен тамамлағас, Иҫке Балтас мәктәбендә урта белем ала. 1959 йылда Свердловск ҡалаһына юллана. Слесарь өйрәнсеге булып эшкә урынлаша, һыу үткәргестәрҙе көйләй. Бер йылдан геология разведкаһына күсә. “Йыл ярым урманда романтика эҙләп йөрөнөм. Йәш саҡ бит...” – тип йылмая ул, артта ҡалған йәшлек йылдарын иҫкә алып.
Шул йылдарҙа Илебаевтар ғаиләһенә ҙур ҡаза килә – өйҙәре янып юҡҡа сыға. Был ауыр кисерештәрҙән әсә кеше ауырый башлай. Риф районға ҡайта. Һәйтәк урта мәктәбендә физика фәненән уҡыта. Әсәһен тәрбиәләй. Һуғыш ветераны булған атаһы ла, әсәһе лә колхозда эшләй. Ауырлыҡ килгән ғаиләгә финанс яҡтан ярҙам да күрһәтелә.
1962 йылда Риф Башҡортостан ауыл хужалығы институтына, механика факультетына уҡырға инә. Өс йыл буйы Украинала, Житомир өлкәһе Коростень ҡалаһында урынлашҡан танк дивизияһында хеҙмәт итә. Әрменән һуң уҡыуын тамамлай. Районға эшкә ҡайта. Инженер, филиал мөдире, колхоз рәйесе була, унан һуң – район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры, “Райсельхозтехника” берләшмәһе управляющийы урынбаҫары, партия ойошмаһы секретары, уҡытыусы...
Иҫке Балтас ауылында ҡаҙанлыҡта мөдир булып эшләгән сағы айырыуса хәтерендә.
– Күп яңылыҡтар индерҙек. Ун йыл эшләү дәүеремдә мазут, нефть яғып йылытыла ине. Түбән сифатлы яғыулыҡтың йылыһы етмәй, халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек ҙур. Иң беренсе яңы йылылыҡ ҡаҙандары урынлаштырҙыҡ. Әкренләп газ яғыулығына күсеү тураһында уйлана башланыҡ. Район үҙәгендәге автоном ҡаҙанлыҡтар бөтөрөлөп, үҙәкләштерелде. Һәр социаль учреждениеға, күп фатирлы йортҡа ҙур диаметрлы торбаларҙан яңы йылылыҡ селтәрҙәре һуҙылды, – тип үҙ дәүерендә башҡарылған күләмле эштәре хаҡында һөйләй ул.
1992 – 1994 йылдарҙа үҙәк ҡаҙанлыҡты “Теплосеть” предприятиеһы итеп үҙгәртәләр. Яңы экскаватор, ике берәмек “КамАЗ”, бер “ГАЗ-53” автомашинаһы алалар, “Москвич” автомашинаһы бирәләр.
Нәҡ шул йылдарҙа районда газлаштырыу эштәре башлана. “Райсельхозтехника” берләшмәһендә газ участкаһы булдырыла. Бында күсеп, ун йыл буйы участка начальнигы була Риф Илебаев. 1990 йылдар башында, ул етәкселек иткән дәүерҙә, район ауылдарында меңгә яҡын йортта газ яғыулығынан файҙалана башлайҙар.
Ҡайҙа эшләһә лә, көсөн, белемен, һәләтен халҡы, тыуған районы мәнфәғәтенә йүнәлтә ул. Тик яҙмыш Илебаевтарҙы үҙенсә һынай. Тормош иптәше Вәсилә Миңлехан ҡыҙының улы Наилға армия хеҙмәтен Афғанстан ерендә үтәргә тура килә. Ауыр яра алған егетте аяҡҡа баҫтырыр өсөн күп көс һалырға, төрлө тупһаларҙы тапарға тура килә. Шуныһы йәл, Афған һуғышы уны бер күҙе һуҡыр инвалид яһай...
Наилға бәйле кисерештәр уңалып килгәндә, Илебаевтар йәшләй генә ҡыҙҙарын да юғалта...
Ә биш йыл элек Риф ағайҙың тормош иптәше лә мәрхүм була.
Яҙмыш һынауҙарын тыныс, сабырлыҡтар менән еңергә өйрәнгән ул. Яратҡан шөғөлө лә бер. Бик яуаплы эштәрҙә эшләһә лә, яңы һөнәр үҙләштереп, үҙ ғүмерендә 400-ҙән ашыу мейес сығарған. Дин юлынан атлауы ла тормошта ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Әсәһе яғынан ҡартатаһы, мулла Ниғәмәтйән Кәшәфетдин улы – Иштирәк ауылынан. Силәбе өлкәһендәге Новотроицкий мәҙрәсәһен тамамлаған, Яңы Ямурҙа ауылында оҙаҡ йылдар указлы мулла булған.
– Ҡартатаһының тәьҫире булғандырмы, һеңлем Рәсимә менән беҙ, Аллаға шөкөр, дин юлындабыҙ. Һеңлем ике институт тамамланы, ике тапҡыр хаж сәфәре ҡылды. Мин Өфө ҡалаһында Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы университетта ҡыҫҡа ваҡытлы курс тамамланым. Хәҙер “Үҙәк” мәсет имам-хатибы Филүс хәҙрәт Камалетдиновтың ярҙамсыһымын, – ти Риф ағай.
Риф Илебаев бар дини йолаларҙы башҡара. Никах уҡыу, исем ҡушыу, мәйет йыуыу, йыназа уҡыу һәм башҡалар.
– Биш ваҡыт намаҙ, тәрәүих намаҙҙарын ҡалдырмайым. Йәстү, өйлә намаҙҙарын мәсеттә уҡыйым. Иртәнге, икенде, аҡшам намаҙҙары өйҙә уҡыла. Һуңғы йылдарҙа дингә йәштәр күпләп килә башланы, шуға һөйөнәм. Бар кешегә лә изгелектәр теләйем. Түҙемлектәр бирһен. Иҫән-һау булайыҡ, донъялар тыныс торһон! – ти ул.
- Аида ХӘЙРЕТДИНОВА
Балтас районы