Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2022, 08:00

Журналистар – Ҡариҙелдә

Бөгөн Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысы буйында Башҡортостан журналистарының “Журфест-2022” фестивале башлана.

Журналистар – Ҡариҙелдә
Журналистар – Ҡариҙелдә

“Звездный” физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙғарылған сарала федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша.

Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостандың Журналистар союзы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

Бөгөн сарала журналистарҙы бүләкләү, милли ихаталар менән таныштырыу ҡаралған, концерт номерҙары күрһәтелә. Журналистар өсөн саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары ойошторола.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: