Йәмғиәт
20 Август 2022, 15:00

Бәләкәй Камиланы ҙур һынау көтә

Вәсилә Фәттәхованың сирле ҡыҙы нисек үҫә?

Бәләкәй Камиланы ҙур һынау көтәБәләкәй Камиланы ҙур һынау көтә
Бәләкәй Камиланы ҙур һынау көтә

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Вәсилә Фәттәхова арабыҙҙан бик иртә китте. Ҙур популярлыҡ яулап, сәхнәлә ҙур танылыу алған мәлендә вафат булды ул.

Вәсиләнең яҙмышын күптәр белә. Тәүҙә тормош юлдары ҡатмарлы булһа ла, ул уңышлы кейәүгә сыға. Яратҡан иренән малай таба һәм уны яратып, ике күҙ араһында ғына бағып үҫтерәләр. Улы Кәрим үҫә төшкәс, ул ҡыҙ бала табырға тип хыяллана һәм был теләге лә тормошҡа аша.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙары ваҡытынан алда тыуа. Уның ауырлығы ни бары 900 грамм ғына була. Әсәнең дә, баланың да хәле бик ауыр тип баһалана. Бер нисә көн үткәс Вәсилә вафат булып ҡала. Ә ҡыҙсыҡ бар көсө менән ғүмеренә йәбешә һәм тере ҡала. Әммә һаулығында кәмселектәре күп була.

Сирле баланы атаһы яңғыҙы алып сыға дауахананан. Уға Камила тип исем ҡушалар. Аҙаҡ баланы ҡарарға өләсәй менән олатай ярҙам итә.

Камилаға әле алты йәш тула. Ул әле һаман йәшәү һәм сәләмәтлек өсөн көрәшә. Ғаиләнең һуңғы яңылыҡтарынан шул билдәле: ҙур малай Кәрим быйыл бишенсе класҡа уҡырға бара. Ғаилә башлығы Илгиз иһә һуңғы йылдарҙа бик күп эшләгән, сөнки ҡыҙының һаулығы өсөн бик күп аҡса кәрәк. Шуныһы һоҡланғыс, ир бер ҡасан да кешенән аҡса һорамаған, үҙ көсө менән тырышҡан.

Ә бәләкәй Камиланы әле операцияға әҙерләйҙәр. Ул уңышлы үтһен, сабый шәбәйеп китһен тип теләйбеҙ.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас