Йәмғиәт
20 Август 2022, 17:30

Туймазыла – матур сара

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында Рәсәй Дәүләт флагы көнөнә арналған концерт булды.

Туймазыла – матур сараТуймазыла – матур сара
Туймазыла – матур сара

Туймазы районы “Рәсәй өсөн” музыкаль-патриотик эстафетаһын ҡабул итте. Рәсәй һәм Башҡортостан флагын күтәреүгә “Патриот” эҙәрмәндәр отряды командиры Артур Бикмеев һәм хәрби хәрәкәт ветераны, десантсы Ильяс Ғиләжев лайыҡ булды.

Марафонды район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов асты. “Беҙҙең флаг – ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын, ҡаһарманлығын сағылдыра. Илебеҙгә фиҙакәр хеҙмәт итеү, киләсәк быуынды Ватанға тоғро итеп тәрбиәләү – беҙҙең бурысыбыҙ. Бөгөнгө байрам илебеҙҙең күп милләтле халҡын берләштереп, Рәсәйҙең ҡеүәтен үҫтерһен”, – тине ул.

Сарала “Йәшлек-шоу” Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә финалға сығыусы Алиса Жумагалиева һәм "Голос" проектында ҡатнашыусы, “Яңы йондоҙ” конкурсы финалисы Илдар Абдуллин, РФ-ның эске эштәр министрлығының Туймазы районы һәм Туймазы ҡалаһы буйынса бүлеге хоры, “Яҡшы кәйеф” вокаль ансамбле, “Дивертисмент” скрипкасылар ансамбле, “Джем” ижад үҙәге, “Angel”, спорт бейеүҙәре студияһы һәм “Багира”, “Дэнс корп” бейеү коллективтары сығыш яһаны.

Концертты ойоштороусыларҙың береһе, Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рамзан Әбсәләмов әйтеүенсә, тамаша программаһы бик бай һәм күңелгә ятышлы  булды.

Туймазыла – матур сара
Туймазыла – матур сара
Туймазыла – матур сара
Туймазыла – матур сара
Туймазыла – матур сара
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас