Йәмғиәт
20 Август 2022, 05:00

Тыныс йоҡла, тауҙар ҡыҙы

"Ҡапыл көслө ел иҫте, ҡысҡырған тауыш һәм мин аҫҡа тәгәрәгән кәүҙә генә күреп ҡалдым. Ул бер нисә тапҡыр ҡаяға бәрелде лә, күҙҙән юғалды. Тәүге секундтарҙа ул беҙҙең кеше түгелдер тигән ышаныс булды, тик..."

Тыныс йоҡла, тауҙар ҡыҙыТыныс йоҡла, тауҙар ҡыҙы
Тыныс йоҡла, тауҙар ҡыҙы

Кисә Өфөлә билдәле альпинист Мария Нечаева менән бәхилләштеләр. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙ буйынса, Хан Тенгри бейеклегенә менгән сыҡта ул тайып төшөп китә һәм һәләк була. Фажиғә 7 августа уҡ булғайны, тик уның кәүҙәһен әле саҡ алып ҡайта алғандар.

Мария Нечаеваның ғүмеренең һуңғы минуттары тураһында социаль селтәрҙәрҙә уның менән бергә тауға менгән дуҫы һөйләгән.

“Бындай хәлдәр булырға тейеш түгел кеүек тә бит. Тик бына: ҡапыл көслө ел иҫә, ҡысҡырған тауыш һәм мин аҫҡа тәгәрәгән кәүҙә генә күреп ҡалдым. Ул бер нисә тапҡыр ҡаяға бәрелде лә, күҙҙән юғалды. Тәүге секундтарҙа ул беҙҙең кеше түгелдер тигән ышаныс булды, тик ҡойолоп ҡалған әйберҙәрен күргәс, барыһын да аңланым. Йөрәк ярһып типте. Ҡайҙалыр аҫта, 300 метр түбәнлектә ҡарҙа ҡара нөктә күренә ине – Маша”, – тип яҙған Альберт Вәлиев.

Уның әйтеүенсә, уларҙың экспедицияһы ул ваҡытҡа 20 көн дауам иткән, был ваҡыт эсендә маршруттың дүрттән өс өлөшөн үткәндәр һәм ҡайтыу яғына төшөп барған булғандар.

“Был көндө беҙ 6100 метр бейеклекте үттек һәм стационар бау буйлап төшә башланыҡ. Оҙаҡ, ялҡытҡыс, ышаныслы кеүек ине... Кеүек ине шул. Бауҙарҙы яңынан эләктергән саҡтағы хата... Машанан был хатаны көтөү мөмкин түгел ине”, – тип ҡайғыра ҡатындың иптәше.

Фажиғә 5500 метр бейеклектә була, шуға күрә кәүҙәне алып китеү өсөн вертолет көтөү мөмкин булмай. Туристар үҙ көстәре менән Машаны 1,5 километрға түбәнгә төшөрә.

Марияның өлкән апаһы Валентина ла социаль селтәрҙәрҙә был фажиғә тураһында яҙып сыҡты.

“14 августа ул ауырлығы алтынсы категория булған походтан ҡайтырға тейеш ине, тик тауҙар уны ебәрмәне. Кәүҙәһен алып ҡайтыу оҙаҡ ваҡыт алды, шуға ул ҡайтып еткәнсе ғаиләбеҙ менән генә уны иҫкә алыу ойошторҙоҡ. Уның башҡаса булмауына ышана алмайым. Бер ҡайҙа ла юҡ ул...” тип яҙған ул.

Башҡортостандың Тау туризмы федерацияһында билдәләүҙәренсә, Мария Нечаева тәжрибәле тау туристкаһы булған. Мария күптән альпинизм, ҡаяға үрмәләү, скайранинг менән шөғөлләнгән, шуға күрә уның менән булған фажиғә барыһы өсөн дә ысын шок булды.

Кисә уны Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләгәндәр. Ҡатын менән хушлашыу өсөн ғаиләһе, туғандары һәм альпинизм буйынса бик күп дуҫтары килгән.

Фото: tgstat.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас